Йәмғиәт
5 Октябрь 2025, 04:10

Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй

Сәлихов Айрат Марат улы - Иҫке Собханғол мәктәбенең Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы.  

Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләйБалаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй
Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй

Ул 1992 йылда Ағиҙел урта мәктәбенең 11-се класын тамамлағандан һуң Пермь хәрби-авиация техник училищеһында өс йыл хәрби бурысын үтәй. Ҡайтҡас, военкомат тарафынан Иҫке Собханғол мәктәбенә хәрби етәксе, “Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” (ОБЖ) фәне уҡытыусыһы итеп эшкә тәғәйенләнә. Ике йыл эшләгәндән һуң, автодело уҡытыусыһы эше лә йөкмәтелгәс, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында “Ауыл хужалығын механизациялау” бүлеген тамамлай. Артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының “Физик культура һәм спорт” факультетында уҡый.

“Йәшәү эш-мәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” фәне төрлө яҡлап төплө әҙерлек талап итә. Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған, көн дә спорт менән шөғөлләнгән уҡытыусы был фәнде ныҡлап өйрәнә, квалификацияһын күтәрә.

Ағымдағы уҡыу йылынан яңы предмет индерелгәс, Айрат Марат улы «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» фәнен уҡытыу буйынса һөнәри әҙерлек үткән.

Уның фәне айырыуса бөгөнгө көндә бик мөһим. Ул балаларҙа яуаплылыҡ, Ватанға һөйөү, уны яҡларға әҙерлекте формалаштыра. Балалар дәрестә автоматты һүтеп - йыйыуҙы ғына түгел, ә, тәү сиратта, тормошта кәрәкле күнекмәләрҙе үҙләштерә – хәҙерге мәғлүмәт донъяһында дөрөҫ йүнәлеш алырға, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, таныш булмаған ерҙә үҙеңде дөрөҫ тоторға, беренсе ярҙам күрһәтә белергә өйрәнә.

Уҡытыуҙан тыш, ул шулай уҡ “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» уҡытыусыларының һәм  ойоштороусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, район буйынса төп дәүләт имтиханын үткәреү пункты етәксеһе, райондың «Йәш армиясылар» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе штабының начальнигы вазифаларын да башҡара. Ике йыл Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбендә директор вазифаһын да үтәгән.

2016 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбендә йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаған “Юнармия” хәрби-патриотик хәрәкәте булдырыла.

Уның етәкселегендәге йәш армиясылар район-ара ярыштарҙан ҡалмайҙар - “Зарница”, “Йәш разведчик”, “Еңеү” кеүек төрлө республика, Рәсәй кимәлендәге хәрби-патриотик уйындарҙа ихлас ҡатнашып, йыл да призлы урындар яулайҙар. “Юнармия” сафында башланғыс хәрби әҙерлек үткән ҡыҙҙар-егеттәр хәрби училищеларға уҡырға инә.

Ҡасандыр мәктәптә асылған кадет кластары менән дә етәкселек иткән Айрат Марат улы бөгөн шайморатовсылар кластарында сафта йөрөү, ҡорал менән эш итеү күнекмәләрен алып бара. Тормош хәүефһеҙлеге һабаҡтарын яҡшы үҙләштергән уҡыусылары төрлө конкурстарҙа алдынғы урындарҙа килә, район кимәлендәге патриотик сараларҙың биҙәге.

Айрат Сәлиховҡа ҡасандыр физкультура йүнәлешендә белем алыуы дәрестәр үткәреүгә ярҙам итә. Ул күп йылдар дауамында балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусыларын ғына өйрәтеп ҡалмай, үҙе лә төрлө ярыш-конкурстарҙа ҡатнаша.

Ул “Йыл уҡытыусыһы-2013” еңеүсеһе лә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Айрат Марат улының күп йыллыҡ намыҫлы, тырыш хеҙмәтен бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, миҙалдары дәлилләй.

“Һөнәрем, эшем шул тиклем оҡшай. Мәктәпһеҙ, балаларһыҙ мин йәшәй алмайым”, - ти икән, ошоноң менән бөтәһе лә әйтелгәндер.

Айрат Марат улының әсәһе Шәүрә Сәлихова балалар баҡсаһында тәрбиәсе булған, ҡыҙҙары ла педагог һөнәрен үҙ иткәндәр.

Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, һәр уҡыусыһының күңеленә барып етә белгән уҡытыусы өйөндә лә өлгөлө ғаилә башлығы, ҡәҙерле атай, яратҡан олатай. Тормош иптәше Миңзәлә Ғаяз ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Алина - Стәрлетамаҡта, Азалия Учалыла төпләнгәндәр, ғаиләлеләр. Улдары Илнар - Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты.

Айрат Сәлиховтың ир-егеттәргә хас матур шөғөлө бар – ул балыҡ тоторға әүәҫ. Балыҡсының ҡыҙыҡлы мажараларын тыңлауы - үҙе бер кинәнес. Самолеттарҙы, һауаны, гитараны ярата, матур йырлай.

Балаларға тейешле белем һәм күнекмәләр бирергә, шулай илебеҙҙең ысын гражданинын тәрбиәләргә тырышҡан шәхес иңендә ҙур йөкләмә ята. Быны яҡшы аңлаған Айрат Марат улы Сәлиховтың хеҙмәте тәрән ихтирам уята.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас