

*Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Айытбаева Тамара Хәлфетдин ҡыҙына “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” исеме бирелде.
*Ғәлиәкбәр мәктәбенең математика уҡытыусыһы Әминева Сәлиха Зиннур ҡыҙы, Байназар мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы, Иҫке Собханғол төп мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Дәүләтбирҙин Фуат Әхмәт улы, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Хоҙайғолов Ғәле Мазһар улы, Ҡолғана мәктәбе етәксеһе Яҡупова Ҡәмәр Йәғәфәр ҡыҙы “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнделәр.
*Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишбулатова Миләүшә Ширғәле ҡыҙына, Мәһәҙей мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе Ишемова Әлфиә Басир ҡыҙына, Яңы Усман мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишморатова Зөлфиә Афзал ҡыҙына, 2-се һанлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Фәйзуллина Зөлфирә Мирза ҡыҙына, Ғәҙелгәрәй мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәғитова Гөлнәзирә Әхтәметдин ҡыҙына Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.
*Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәйзуллина Алһыу Әхмәҙиә ҡыҙы, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәтҡуллина Гөлнара Факил ҡыҙы, 2-се һанлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Сәйәхова Сәмәрә Ғәбдинур ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, һәләтле етәксе Марат Ғизетдин улы Муллағоловтың исемен мәңгеләштереү, белем биреү ойошмаларының алдынғы ҡарашлы, ижади эшләүсе етәкселәрен дәртләндереү маҡсатында булдырылған район хакимиәте башлығы премияһына быйыл Иҫке Собханғол төп мәктәбе директоры Тләүбаев Ғәйсәр Сәғәҙи улы лайыҡ булды.
Иҫке Собханғол урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Садыҡова Фәнзилә Фәрхәт ҡыҙы 2010 йылда булдырылған Зәки Хаммат улы Сәғитов исемендәге премияға лайыҡ булды.
Иҫке Собханғол урта мәктәбенең технология уҡытыусыһы Аллабирҙин Фирғәт Азамат улына БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайының Почет грамотаһы тапшырылды.
2024-2025 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмалары араһында үткәрелгән “Ватан улдарын үҫтерәбеҙ” республика конкурсы призеры дипломы менән Байназар урта мәктәбе бүләкләнде.
Байрам сараһында шулай уҡ бер төркөм педагогтарға район хакимиәтенең, район Советының, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайының, район мәғариф бүлегенең, профсоюз ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, мәҙәниәт һарайы артистары, уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре матур сығыштарын бүләк итте.