Йәмғиәт
30 Сентябрь 2025, 03:55

2026 йылда әсәлек капиталы арта

Түләүҙәр 1 февралдән инфляция кимәленә индексациялана. Күҙаллау буйынса, ул 6,8% тәшкил итәсәк. Әсәлек капиталының күләме 2026 йылда нисә һум тәшкил итәсәк?

2026 йылда әсәлек капиталы арта2026 йылда әсәлек капиталы арта
2026 йылда әсәлек капиталы арта

Түләүҙәр 1 февралдән инфляция кимәленә индексациялана. Күҙаллау буйынса, ул 6,8% тәшкил итәсәк. Әсәлек капиталының күләме 2026 йылда нисә һум тәшкил итәсәк?

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы 2026 йылда социаль түләүҙәрҙе индексациялау тураһында иғлан итте. Ведомство белдереүенән күренеүенсә, әгәр ғаиләлә беренсе балаға әсәлек капиталы түләнмәгән икән, икенсе балаға әсәлек капиталы 974,1 мең һумғаса еткерелә, беренсе балаға иһә 737,2 мең һумға тиклем арттырыла. 

Ә бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 28 773 һумға тиклем арта.

Шулай уҡ 1 февралдән инвалид граждандарға, ветерандарға, Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙарына, Герой-әсәләргә айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, радиациянан зыян күргән кешеләргә пособиелар һәм башҡа ярҙам саралары инфляция кимәле буйынса индексациялана.

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас