Йәмғиәт
30 Сентябрь 2025, 04:20

1 ғинуарҙан пенсиялар индексациялана

Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығынан түбәндәгеләрҙе хәбәр иттеләр.

1 ғинуарҙан пенсиялар индексациялана1 ғинуарҙан пенсиялар индексациялана
1 ғинуарҙан пенсиялар индексациялана

Ведомство мәғлүмәте буйынса, пенсия түләү өсөн бөтәһе 13 триллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә.

«Былтырғы кеүек үк, пенсияны ваҡытынан алда арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде: бер юлы 1 ғинуарҙан — инфляциянан юғарыраҡ. Страховка пенсияһы 7,6% индексациялана, һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 2 мең һумға тиерлек арта һәм 27,1 мең һум була», — тиелә хеҙмәт министрлығының белдереүендә.

Социаль пенсия  1 апрелдән 6,8% индексациялана.

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас