Йәмғиәт
26 Сентябрь 2025, 12:15

Урта йорт айыуы ниңә енләнде?

...Бына сәй эскән урын. Беҙ унда барып етеүгә сираттағы ер тетрәү яңғыраны. Инде киҫкә бөтөнләй эргәлә генә ауҙы. Әсәйем үҙе лә алаҡандай башланы. Бер күҙен шырлыҡтан алмай ғына әйберҙәрҙе йыя. Миңә лә моҡсай һуҙа, анауы банка-фәләнде ошонда һал, тип. Тик мин төҙләп кенә моҡсай эсенә һалһам да, теге әйберҙәр нисектер моҡсайҙың тышында була ла ҡуя. Ул арала ысынлап ер тетрәне – беҙҙән бер нисә метрҙа ғына ергә шундай итеп һуҡтылар, әсәй менән апай бергәләп ырғып тороп һәнәккә йәбешкәндәрен аңғармай ҙа ҡалдылар. Йыйып бөтөлмәгән әйберҙәр ерҙә ятып ҡалды, бешәләр араһынан өҫ яҡҡа йүгерҙек. Әсәй иң артҡа баҫып, беҙҙе алдына төшөрҙө. Юл ул яҡҡа булмаһа ла, теге ҡурҡыныс хәл беҙҙең ҡайтыр юл яғында булғас, тәрән үлән, йәш ағастар аша юлһыҙ ерҙән сәс-башты ағас-үләндәргә эләктерә-эләктерә ауыл тарафына елдерәбеҙ. Шыбыр тиргә баттыҡ. Ләкин туҡтарға ярамай. Аҙаҡ ҡараһаҡ, беҙ - һәнәктәр, әсәй үҙе салғы тотоп алған булған икән. Йыртҡыс ташлана ҡалһа, улар менән бер нәмә лә эшләп булмағаны көн кеүек асыҡ. Шыпа ҡоралһыҙ ҙа булмай бит инде. Үҙеңде ышандырыу өсөн булһа ла. Әсәй был хәлде ауылда ғүмере буйы көтөүсе булып эшләгән ағайға һөйләгәс,  ул бына нимәләр һөйләгән...

Урта йорт айыуы ниңә енләнде?Урта йорт айыуы ниңә енләнде?
Урта йорт айыуы ниңә енләнде?

Интернет киңлегенә күҙ һалһаң, ауыл, ҡасаба, ҡала урамдарында айыуҙар, уларҙың кешеләргә ташланыуы хаҡында хәбәрҙәр осрай.

Нимә булды һуң ул айыуҙарға? Нишләп улар улай йыртҡысҡа әйләнде? Беҙ үҫкәндә айыуҙарҙың кешеләргә ташланыуы тураһында ваҡиғалар булманы тиерлек.

Кемдер, урманды ныҡ аяуһыҙ ҡырҡалар, шуға йәшәргә урын юҡ уларға, тимәксе. Унда ғына түгелдер сәбәп. Урман булмаған йәки һирәк-һаяҡ ҡына ағастар үҫкән ерҙәрҙәге айыуҙар ҙа уҫаллана бит.

Элек тә айыуҙар ауылға яҡын килеп, малға тейгеләне. Ләкин ҡайын һыуы эсергә, бәшмәк йыйырға, емеш-еләк сүпләргә сыҡҡан кешеләрҙең айыуға осрап, фажиғәгә тарығаны ишетелмәне.

Етмәһә, төпкөл ауылдарға ғына түгел, шаулап торған мегаполистарға барып инәләр. Ошо арала Сочиның Красная Полянаһында йөрөгән айыуҙарҙы интернетҡа ҡуйғандар ине, бөгөн бер кешенең Камчаткала айыуҙан парковкала торған машинаһына һикереп инеп көскә ҡасып өлгөрөү осрағы төшөрөлгән видео һалынған. Ул айыу был кешенең машинаһын бәргеләп, зыян килтереп киткәндән һуң юлында тап булған әбейҙе әхәзләгән. Оло кеше алынған яраларҙан дауаханала вафат булған. Урманға емеш йыйырға барған 75 йәшлек бабай машинаһына 40 метр етмәй, айыу тырнағына эләккән, тип хәбәр итәләр...

Беҙҙең бала  саҡта ла айыуҙан ҡурҡыу булды, әлбиттә. Ауылдан ике саҡрым тирәһендәге бесәнлеккә барғас та, оло һаҙ яғына ҡарап, баҡырсаларҙы шалтыратып, сөгөнгә һуҡҡылап ала торғайныҡ. Йәнәһе, урман хужаһына “беҙ килдек” тип уның биләмәһенә инеүебеҙҙе белдерәбеҙ.

Хужа ла үҙенең барлығын белгертеп киткеләй ине. Икенсе көн барыуға йә эргәләге ҡайында яңы тырнаҡ эҙҙәре була, йә көлдә табан эҙҙәре... Бер ваҡиға айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған.

Урта йорт тигән ерҙә әсәйем, апайым, мин өсәүләп бесән йыябыҙ. Ул ер ауылдан йыраҡ ҡына. Ураҙы тауы рәтендәге офоҡтағы бейек тауҙар теҙмәһен аша төшкәс тә әле байтаҡ атларға кәрәк. Сабынлыҡ шырлыҡҡа терәлеп тора. Кесерәк кенә өс асыҡта эшләйбеҙ бесәнде. Мал аяғы аҫты булмағас, тәүге мәл бесәне лә арыу ғына һымаҡ ине. Тик аҙаҡтан аттар барып етә башланы.

Сәй эскән урыныбыҙ урталағы асыҡта. Шуның арғыһы менән икеһенең араһындағы әрәмәлә батҡағыраҡ һыу сыға. Шуны ҡаҙғылап, тондороп, эсер һыуҙы шунан алабыҙ. Алыҫтараҡ йылғаһы бар. Ләкин тәрән шырлыҡ төбөндә булғас, ҡурҡыныс. Бик һирәк кенә, үтә ҡоро йылдарҙа ғына унда барып етеп һыу алғылағаныбыҙ булды.

Инде Урта йортта эштәр бөтөп тә бара. Йыл һайын 12 күбә тирәһе сыҡҡан ҙур асыҡта ғына күбәләнмәгән бакуй ҡалған. Көн аяҙ. Алыҫ булғас, йәйәүләп төшкә саҡ барып етәбеҙ. Сәй эсеп алғас, йәһәтләп бакуйҙарҙы эйереп, өйөрөмгә ҡауҡаҙатып һалабыҙ. Үләне бейек, бакуйы ла ҡалын ғына. Ел һуҡмайынса, шытырҙап кибә һалып ятмай. Араһында эре-мары күп.

Ул көндө лә сәй ҡайната һалып эсеп, эшкә тотондоҡ. Икенсе сәйгә тиклем, урта һыуһында, сәғәт 5-тәргә тиклем, эйереп барып сыҡтыҡ.

Сәй эсеп алғас, йән фарманға күбәләй башланыҡ. Мин күберәк яхмарҙар яһайым, тегеләр яхмарҙы алып киткәс, аҫтарын тырматып, ҡалған бесәнен алдағы яхмарға ҡушып тапайым. Һәнәгемдең һабының осон ергә ҡаҙа терәп күтәреп, үҙем дә күбәгә һалып ебәрәм, тегеләр өлгөрмәгәндә. Уҡыусы бала ғынабыҙ бит инде.

Бесән һәйбәт сыҡты. Йүгереп йөрөп эшләйбеҙ. Инде ҡояштың да нурҙары һүрелде, үҙе тау артына тәгәрәп инеп бара. Көн байтаҡ ҡараңғылана төштө. Һәр хәлдә көндөҙгө салт юҡ.

Сираттағы яхмарымды тапарға менгәйнем генә, бомба төштөмө ней, аяҡ аҫтымдағы ер тетрәп китте. Нимә булғаны аңыма барып еткәс, быуындарым бөттө. Әсәйҙәр яғына ҡарайым. Әсәйем һәнәген тотоп яхмарға елдереп ултырған еренән юлайҡан ғына ҡалын шырлыҡ яғына ҡырын күҙ ташлап алды ла, ҡулдарын төкөрөкләп тороп һәнәген нығытып тотоп, сираттағы яхмарҙы күтәреп күбә төбөнә ашыҡты.

Ул арала баяғы шырлыҡ яғында ҡалын тауыш менән һайыҫҡан шиҡырыҡлай башланы. Ә шырлыҡ эргәлә генә... “Һайыҫҡан”ды ҡарға алыштырҙы – ҡәҙимгенән ҡалыныраҡ тауышлы “ҡарға” ҡарҡылдапмы-ҡарҡылдай. Унан йәнә ер тетрәп китә. Киҫкәне ергә һуға инде ул “ҡарға”. Бөтөнләй ҡот китте.

-Әсәй, айыу бит. Әйҙә, ҡайттыҡ, - тейем.

Әсәй тағы алан-йолан теге яҡҡа ашығып ғына күҙ ташлай ҙа сираттағы яхмарына йүгерә.

-Юҡ, айыу түгел бит ул. Ҡоҙғон бит ул. Бөтөп ҡайтабыҙ инде. Өйгән бесәнде ямғыр әрәм итеп ҡуйыр.

-Әсәй, айыу сығып беҙҙе ашап ҡуйыр. Әйҙә, ошонан өҫкә тура сығып ҡына ҡайтайыҡ та китәйек.

Юҡ, апай менән алан-йолан ҡарана-ҡарана сабалар ғына.

Тағы ер тетрәй...

Инде ергә ултыра төшәм. Быуындарым тотмай.

Ниһайәт, һуңғы күбә тороп ултырҙы. Уның тирәһен тырмалағаным өн менән төш араһында ғына һымаҡ. Сөнки теге “ҡарға” менән “һайыҫҡан” инде бөтөнләй эргәгә генә “осоп” килделәр. Алмашлап ҡысҡыралар. Бер туҡтауһыҙ киҫкә ауҙаралар, ергә һуғалар.

-Әйҙә, ошонан ғына ҡайтайыҡ. Сәй эскән урынға барып тормайыҡ. Шунда ныҡ яҡын бит теге нәмә, - тип иламһырайым.

-Юҡ, көсөктө алып ҡайтайыҡ инде, Белый  Клыгыңды. Ул бит беҙгә ышанып килде, беҙҙе сәй эскән ерҙә көтөп ята, - тип әсәй үҙем алып үҫтереп килгән этем менән әүрәтә.

Яңғыҙ яланда ҡалырға ҡурҡыта, шуға иламһырап булһа ла тегеләрҙең арттарынан эйәрәм. Бына сәй эскән урын. Беҙ унда барып етеүгә сираттағы ер тетрәү яңғыраны. Инде киҫкә бөтөнләй эргәлә генә ауҙы. Әсәйем үҙе лә алаҡандай башланы. Бер күҙен шырлыҡтан алмай ғына әйберҙәрҙе йыя. Миңә лә моҡсай һуҙа, анауы банка-фәләнде ошонда һал, тип. Тик мин төҙләп кенә моҡсай эсенә һалһам да, теге әйберҙәр нисектер моҡсайҙың тышында була ла ҡуя.

Ул арала ысынлап ер тетрәне – беҙҙән бер нисә метрҙа ғына ергә шундай итеп һуҡтылар, әсәй менән апай бергәләп ырғып тороп һәнәккә йәбешкәндәрен аңғармай ҙа ҡалдылар. Йыйып бөтөлмәгән әйберҙәр ерҙә ятып ҡалды, бешәләр араһынан өҫ яҡҡа йүгерҙек. Әсәй иң артҡа баҫып, беҙҙе алдына төшөрҙө. Юл ул яҡҡа булмаһа ла, теге ҡурҡыныс хәл беҙҙең ҡайтыр юл яғында булғас, тәрән үлән, йәш ағастар аша юлһыҙ ерҙән сәс-башты ағас-үләндәргә эләктерә-эләктерә ауыл тарафына елдерәбеҙ. Шыбыр тиргә баттыҡ. Ләкин туҡтарға ярамай. Аҙаҡ ҡараһаҡ, беҙ - һәнәктәр, әсәй үҙе салғы тотоп алған булған икән. Йыртҡыс ташлана ҡалһа, улар менән бер нәмә лә эшләп булмағаны көн кеүек асыҡ. Шыпа ҡоралһыҙ ҙа булмай бит инде. Үҙеңде ышандырыу өсөн булһа ла.

Әсәй был хәлде ауылда ғүмере буйы көтөүсе булып эшләгән ағайға һөйләгәс,  ул: “Айыу менән шаярырға ярамай. Ул үҙенең биләмәһенән китеүегеҙҙе һорап башта оран ғына биргән. Һаман китмәй йөрөгәсегеҙ, үсегә башлаған. Һаман йөрөгәсегеҙ, тамам енләнгән. Тағы саҡ ҡына йөрөһәгеҙ, килеп сығып туҙҙырып та ҡуйыр ине. Ҡабат ундай оран ишетәһегеҙ икән, тиҙерәк ул тирәнән китеү яғын ҡарағыҙ. Һуңға ҡалғансы йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Айыуҙар йәйгеһен эҫелә ҡояш байыуға биләмәләренә сыға. Көндөҙ улар шырлыҡта, һыуҙа ята. Бесән булыр ул, үҙегеҙ әрәм булып ҡуймағыҙ”, тигән.

Көҙгөһөн айыуҙар, ғәҙәттә, ҡышҡылыҡҡа май йыйыу ниәте менән малға айырыуса йыш тейә башлай. Бер һунарсы әйтеүенсә, улар берәй малды йыҡһалар, шуның емтеге тирәһенән йыраҡ китмәй, шул радиустараҡ табыштарын һаҡлап йөрөйҙәр икән. Шуға емтек еҫе сыҡҡан тирәлә айырыуса һаҡ булырға кәрәк.

Айыуҙар ниңә кешеләр йәшәгән ерҙәргә инә? Ни өсөн кешеләргә ташлана? Был һорауҙарға теүәл һәм дөрөҫ кенә итеп әлегә бер кем дә яуап бирә алмайҙыр.

Ағас ҡырҡылғанға, тиер инең, ялан яҡтарында ла, башҡа яҡтарҙа ла кешегә ташланыу осраҡтары арта.

Шырпы ҙурлыҡ телефондарыбыҙ менән биш секунд эсендә меңәр саҡрымдағы икенсе ҡитға кешеһе менән бәйләнешкә сыға алһаҡ та, үҙебеҙ эсендә йәшәгән тәбиғәттең телен, зарын аңлауҙан йыраҡбыҙ шул...

Һаҡ булайыҡ. Һаҡланғанды һаҡлар...

Т. Баһауетдинова.

 

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас