Йәмғиәт
26 Сентябрь 2025, 06:50

Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе

Яңы Монасип башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында эшләүсе Лилиә Әйүпова һәр көн эшкә ашҡынып бара. Сөнки уны яратҡан балалары көтә.

Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһеБалаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе

“Эштән бер ҙә генә лә арып ҡайтмайым - балалар ыңғайына мәж килеп, улар менән уйнап, сафланып ҡайтҡандай тоям үҙемде. Сөнки һәр бала үҙенсәлекле, һәр береһе үҙе бер донъя”, - ти ул.

Лилиә Сәғәҙәт ҡыҙы Әтектә  тыуып-үҫкән. Белорет педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Яңы Монасипҡа эшкә ебәрәләр. 1984 йылдың 1 февралендә хеҙмәт юлын башлаған.

Тәүге эш көнөн бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй ул. “Баҡса мөдире Шәмсинур Мөхәмәтйәнова ҡаршы алғайны. Уның ҡулы аҫтында эшләп,  күп нәмәгә өйрәндем. Ул башланғыс кластарҙа уҡыта ине. Элек балалар баҡсаһы колхоздыҡы булды. Аҙаҡ ауыл хакимиәтенә тапшырылды. Балалар һаны 20-25 тирәһе булғандыр.

Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһына 10 бала йөрөй. Ауылда йәштәр күп түгел бит. Шуға ла төрлө йәштәге балалар бер төркөмдә шөғөлләнә. Киләһе йылға 4 баланы уҡырға әҙерләйбеҙ.

Тәрбиәләнеүселәребеҙгә тирә-яҡ мөхитте уйын аша танытырға, өйрәтергә тырышабыҙ. Әйткәндәй, бер мәл мәктәпте тамамлаған бер уҡыусы: “Апай, бәләкәй саҡта уйынсыҡтар һөйләшә тип уйлай торғайным. Баҡтиһәң, һеҙ үҙегеҙ һөйләгәнегеҙ икән”, тип әйтеп киткәйне. Бер бала: “Апай, “Хайуандар донъяһы”н ҡараныңмы?” тип хайуандар тураһында һөйләй башланы. Аралашыуҙы дауам итеү өсөн ваҡытында үҙем дә ул программаны ҡарай башлағайным. Балалар менән бер тулҡында булыу өсөн уларҙың нимә менән ҡыҙыҡһыныуын белеү мөһим. Күптәрҙе борсоған мәсьәлә беҙҙе лә ситләп үтмәй – хәҙер балалар башҡортса һөйләшһен тип тырышабыҙ, күберәк тиҙәйткестәр әйттерәбеҙ”, - ти 41 йыллыҡ педагогик стажға эйә Лилиә Сәғәҙәт ҡыҙы.

Баҡсала ике тәрбиәсе, бер тәрбиәсе ярҙамсыһы эшләй. Кескәйҙәрҙең көндәре күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн тырышҡан алсаҡ йөҙлө, хәстәрлекле тәрбиәселәр балалар менән төрлө байрамдар ойоштора, конкурстарҙа ҡатнаша, урындар яулай. Улар ата-әсәләр менән дә йылы һәм ныҡлы бәйләнеш булдырғандар.

«Лилиә Әйүпова һөнәрен дөрөҫ һайлаған - тәрбиәсе булып эшләй торған ғына кеше, тип әйтер инем. Сөнки ул балаларҙы, ә балалар уны ярата», - ти 27 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған хеҙмәттәше Айгөл Муллағолова.

Лилиә Сәғәҙәт ҡыҙының тырыш хеҙмәтен бихисап маҡтау ҡағыҙҙары ла дәлилләй.

Ғаиләһендә лә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, яратҡан өләсәй ул. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улы ла, ҡыҙы ла ғаиләләре менән Өфөлә йәшәйҙәр. Йәйҙәрен алты ейән-ейәнсәре ҡайтып төшә.

...Эше менән бәхетле Лилиә Сәғәҙәт ҡыҙы. Быны көҙгө тәбиғәтте күҙәтергә сығырға әҙерләнгәндә үҙҙәренең бөтмәҫ хәбәрҙәрен һөйләргә ашыҡҡан, ҡосаҡлаттырып, яраттырып алған балалар, тәрбиәсенең улар менән аралашыуҙан тағы ла нурланып киткән күҙҙәре үҙҙәре үк һөйләй.

Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе
Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас