Йәмғиәт
19 Сентябрь 2025, 10:00

Ағиҙел ярҙары таҙартылды

Туристик миҙгелдән һуң йылғаның ярҙарын тәртипкә килтереү өсөн “Таҙа Бөрйән” акцияһы үткәрелде.

Ағиҙел ярҙары таҙартылдыАғиҙел ярҙары таҙартылды
Ағиҙел ярҙары таҙартылды

Өмәне Башҡортостандың 200-гә яҡын туристик берләшмәһе вәкилдәре, сплав турҙарын ойоштороусылар, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Торатау” геопаркы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар һәм экоактивистар үткәрҙе.
Йылға буйлап ағып төшөүселәр араһында популяр һаналған маршрут буйынса - Байназар ауылынан “Антон ҡаяһы” еренә тиклем йылға буйҙары таҙартылды.
Акция сиктәрендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, район хакимиәте, республиканың туризмды үҫтереү үҙәге вәкилдәре һәм йылға буйлап турҙар ойоштороусылар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Осрашыуҙа йәйге туристик миҙгелде тамамлау, яр буйы биләмәләрен, парковкаларҙы төҙөкләндереү, туристарҙы тәртипкә өйрәтеү, турмаршруттарҙы үҫтереү мәсьәләләре һәм туристар ағымы иҫәбенә муниципаль бюджетты тулыландырыу мөмкинлектәре ҡаралды.

Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас