Йәмғиәт
16 Сентябрь 2025, 08:00

Бөрйән уҡсылары - Дағстанда

Башҡортостан данын яҡлап 20 уҡсы сығыш яһаған. Шуларҙың 5-әүһе Бөрйәндән: Азат һәм Наилә Ишкилдиндар, Илнур Ғәбитов, Илүзә Нурутҡолова һәм Әлиә Ишморатова.

Бөрйән уҡсылары - ДағстандаБөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда

11-15 сентябрҙә Дағстан республикаһында уҡ атыу буйынса “9-сы CANYON-25” исемле халыҡ-ара турнир уҙҙы. Тәбиғәттең иҫ китмәле урыны - Сулак каньонында ойошторолған ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын илдәрҙән 170 тирәһе уҡсы ҡатнашҡан.


Башҡортостан данын яҡлап 20 уҡсы сығыш яһаған. Шуларҙың 5-әүһе Бөрйәндән: Азат һәм Наилә Ишкилдиндар, Илнур Ғәбитов, Илүзә Нурутҡолова һәм Әлиә Ишморатова. Турнирҙа ЗД-һунар, тиҙ атыш һәм 50 метрға атыу ярыштары үткәрелде.

 

Тиҙ атышта ир-егеттәр араһынан Азат Ишкилдин – 4-се, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Наилә Ишкилдина 2-се урын яулаған. 50 метрға атышҡанда ла Бөрйән мәргәндәре яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп, Илүзә Нурутҡолова – 2-се, Наилә Ишкилдина 3-сө урындарға лайыҡ булған.

 

ЗД-һунар буйынса Наилә Ишкилдина иң мәргәне булып танылып, беренселекте алған! Илүзә Нурутҡолова 4-се урынға сыҡҡан. Квалификацияла ике көн барған 3Д ярышында Илнур Ғәбитов алдынғылар рәтенән төшмәгән. Афарин, Бөрйән уҡсылары!

 

Ниндәй генә ярышта ҡатнашмаһындар, һәр саҡ матур еңеүҙәре менән ҡыуандыра, ғорурландыра улар. Алыҫ араға үҙ техникалары менән юлға сыҡҡан, ярыштан тыш, Дағстандың матур урындарына сәйәхәт ҡылып күңелдәрен байытҡан ҡыйыу, сәмле уҡсыларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларға артабан да уңыштар юлдаш булһын, юғары урындар яуларға насип итһен.

Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Бөрйән уҡсылары - Дағстанда
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас