Йәмғиәт
12 Сентябрь 2025, 03:00

Балаларҙың туҡланыуы иғтибар үҙәгендә

Яңы уҡыу йылы башланыу менән мәғариф учреждениеларында туҡланыу осоро ла башланды. Ваҡытында ашау уҡыусыларға көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф биреп кенә ҡалмай, һаулыҡ яғынан да бик мөһим.

Балаларҙың туҡланыуы иғтибар үҙәгендәБалаларҙың туҡланыуы иғтибар үҙәгендә
Балаларҙың туҡланыуы иғтибар үҙәгендә

Байназар урта белем биреү мәктәбенең ашханаһында көнөнә 300-гә яҡын бала туҡлана. Бер тәнәфестә башланғыс синыф уҡыусылары, икенсеһендә - түләп ашаусылар (көнөнә 30 һум), унан күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булған балалар ашай.
Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, мәктәпкә килгәндә башланғыс синыф уҡыусыларының туҡланыу ваҡытына тура килдек. Класс етәкселәре оҙатыуында ашарға килгән балаларҙы өҫтәлдә йылы итле аш, тары бутҡаһы, сәй, икмәк ҡаршы алды.
-Мәктәптә 20 йыл эшләйем. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһымын. Әйтергә кәрәк, Байназар мәктәбендә электән тәмле ашаталар. Район үҙәгендә уҙған йәрминкә, һабантуй, 9 май байрамдарына сыҡҡан ваҡытта “Байназар мәктәбеме? Һеҙҙә гел тәмле ашаталар”, - тип, эҙләп килеп ашаусылар ҙа бар. Ашнаҡсыларыбыҙ өйҙәге кеүек бешерәләр. Аш, бутҡанан тыш йәшелсәнән турама эшләйҙәр, былау ҙа бешерәләр, ғөмүмән, төрләндереп ашатырға тырышалар.
Һуңғы йылдарҙа ашатыу яҡшырҙы тип әйтә алам, сөнки элек балаларға аш йәки бутҡа ғына бирелһә, хәҙер беренсеһе лә, икенсеһе лә бар, - тине Гүзәл Ҡыуандыҡова.
Уҡытыусылар менән һөйләшкән арала өҫтәмә бутҡа артынан килгән малайҙан һорайым:
-Ашатыу оҡшаймы? Тәмлеме?
-Бында бутҡа иң тәмлеһе! – булды яуап.
Мәктәптә биш йылға яҡын өлкән ашнаҡсы булып Сулпан Маликова эшләй. Ул – Саҡмағош районы ҡыҙы, Бөрйәнгә килен булып төшөүенә 34 йыл.
-Дәүләт стандартына тура килгән берҙәм меню ебәрәләр, шуға яраҡлаштырып 2 аҙналыҡ меню төҙөп алабыҙ. Ашнаҡсылар – Нәсимә Идалина 25 йылдан артыҡ бында эшләй, Сулпан Баязитова - 5 йыл, ашнаҡсы ярҙамсыһы - Лена Әлхәмова. Уларҙың эш ваҡыттары иртәнге 6-сы яртыла башлана, сөнки 7-лә интернат балаларын ашатырға кәрәк. Унан сменалап уҡыусылар килә. Барыһы ла ашарға теләп йөрөйҙәр.
Әйтергә кәрәк, интернатта йәшәүсе балаларға дәүләттән көндәлек ашатыуға 45,97 һум аҡса бүленә. Был бик әҙ, сөнки уларға көнөнә 4 тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Ата-әсәләрҙең түләүен ҡушып, яҡшы ашатырға тырышабыҙ. Көн һайын мотлаҡ рәүештә кәмендә бер итле ризыҡ әҙерләйбеҙ.
Икмәк менән Ләйсән Зәйнуллина, аҙыҡ-түлек менән Айнур Зәйнуллин тәьмин итәләр. Эшҡыуар ғаиләгә ҙур рәхмәтлебеҙ, мәктәпте аҙыҡ-түлектән өҙмәйҙәр, - ти Сулпан Фәнсәф ҡыҙы.
Мәктәптә туҡланыуҙың нисек ойошторолоуын ата-әсәләр комитеты ла даими тикшерә.
Илүзә Буранова, 2 бала әсәһе:
-Минекеләр 2-се, 3-сө кластарҙа уҡыйҙар. Ашханала яратып ашайҙар. Ҡайһы ваҡыт мин туҡ тип, өйгә ҡайтҡас ашап та тормайҙар. Мәктәптә ашатыу менән тулыһынса ҡәнәғәтбеҙ.
Ильяс Ҡунафин, уҡыусы:
-Мин Килдеғол ауылынанмын. Был мәктәптә 4-се йыл уҡыйым, интернатта йәшәйем. Иртәнге ашты 7.00, төшкөһөн - 14.00, кискеһен 18.00 сәғәттә ашайбыҙ. Кискелеккә кефир йәки компот, сәй менән икмәк, прәник-печенье бирәләр. Ашханала ризыҡты гел тәмле итеп бешерәләр. Икмәкте күпме теләйһең, шунса алып ашарға мөмкин, сикләү юҡ, - ти.
Мәктәптә туҡланыуҙы сифатлы һәм файҙалы итеп ойоштороу мәктәп етәкселегенән, хеҙмәткәрҙәрҙән бик күп көс талап итә. Шуныһы ҡыуаныслы, Байназар мәктәбендә ашханала туҡланыуҙың сифаты тураһында һәр кем ҡәнәғәтлек кенә түгел, ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләй. Тимәк, түгелгән көс бушҡа китмәй.

Балалар сифатлы йылы аш менән тәьмин ителһен өсөн Хөкүмәтебеҙ тарафынан белем усаҡтарындағы туҡланыу менюһына ҙур иғтибар бүленә. Республика Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбиров:
- Беҙгә әле мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу өҫтөндә күп эшләргә тура киләсәк. Ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итергә кәрәклеген күрәбеҙ. Был юҫыҡта һуңғы ваҡытта күп эштәр башҡарылды, шуға ла илдә икенсе йыл рәттән иң яҡшыһы булып ҡала киләбеҙ.

Автор:А. Уразаева
Читайте нас