

Ул Кейекбай ауылында донъяға килгән. Иҫке Мөсәт ауылында үҫеп, белем алғас, Сибай педагогия колледжында, артабан Магнитогорск дәүләт университетында белем ала. Һөнәре буйынса хеҙмәт, черчение һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы хеҙмәт юлын Килдеғол ауылында уҡытыусы булып башлай. Йәш белгес Аҫҡар ауылында, Ағиҙел ҡасабаһында эшләй. Силәбе өлкәһендә хәрби хеҙмәттә булған егет контракт нигеҙендә тағы бер нисә йыл хеҙмәт итә.
Төрлө эштә үҙен һынап ҡарағандан һуң, ул эшҡыуарлыҡ юлын һайларға була – 3 йыл самаһы Мөсәт һәм Яңы Собханғол ауылдарына үткәрелгән һыу колонкаларын хеҙмәтләндереү буйынса эшләй.
Шулай ҙа күңеленә яҡын эшен эҙләүҙән туҡтамай, яңы йүнәлеш буйынса үҫешергә теләп дизайнер һөнәрен үҙләштерергә тотона. Ябай ғына принтер һатып алып, календарь, афиша, футболкалар өсөн логотиптар эшләргә өйрәнә. Әммә оҫтахананың эше бер нисә йылдан техник сәбәптәр арҡаһында туҡталып ҡала. Радик Таһир улы уны бар яҡтан хуплап торған ҡатыны Айгүзәл менән яңы мөмкинлектәр эҙенән Сибай ҡалаһына күсеп китә.
Ниндәй эшкә тотонһалар ҙа, күңелдәре үҙҙәренә яҡын шөғөлгә тартыла. Йөрьәт итеп элекке эш йүнәлештәрен тергеҙергә ҡарар иткән йәш ғаилә яңы программаларҙа эшләргә өйрәнә. Башҡортса асылмалар эшләүсе “Аҙаш” студияһы етәксеһе Рифат Раҡаев менән таныштып, дизайнер эшенә төшөнә, тәжрибә туплай һәм башҡа нескәлектәргә өйрәнә. Яйлап өйҙә эшләүгә күсеп, Бөрйән халҡына тауарҙар ебәрә башлай.
Ғаилә ишәйгәс, 2019 йылда Шәрәфетдиновтар Бөрйәнгә ҡайта. Өлгөлө ғаиләлә өс ҡыҙ үҫә. Ҡыҙҙарына яҡшы тәрбиә, белем бирергә тырышҡан атай менән әсәй икеһе лә дин юлында. Радик Таһир улы Бөрйән микрорайонының һәм шулай уҡ ваҡытлыса Нәби ауылының имам-хатибы. Райондашыбыҙ Зәйнетдин ҡарый мәсетен төҙөү өсөн тырыша – ошо арала мәсет нигеҙе ҡорола башлаясаҡ.
“Минең документарым” Күп функциялы үҙәгенең бәләкәй генә бүлмәһендә урынлашһа ла, бөгөн “Айсан” студияһы район халҡына бик күп тауарҙар етештерә - туй-юбилейҙарға фотолар, банерҙар, календарь, открытка, визитка, стендтар, бокалдар, төрлө байрам асылмалары, түшкә таҡмалы билдәләр, маҡтау ҡағыҙҙары, брелоктар, документ тыштары, сығарылыш уҡыусыларына таҫмалар, ксерокопия хеҙмәте тәҡдим итә. Айгүзәл Мозафар ҡыҙы теккән алъяпҡыстарҙы, мендәрҙәрҙе, түшелдеректәрҙе лә бик теләп алалар.
Киләсәктә “Айсан” производствоны ҙурайтырға, яңы ҡоролмалар алып, ассортиментты күбәйтергә ниәтләй. Уларға уңыштар, яңы идеялар юлдаш булһын.
Ә. ЮЛСУРИНА.