

БР Экология министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2025 йылда ведомствоға айыуға һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы һорап 2,5 меңдән артығыраҡ ғариза бирелгән. Һунарсылыҡ билетенә республикала йәшәүсе 130 кеше эйә булған. Йәрәбә тартыу тәүге тапҡыр электрон форматта үткән.
Белгестәр төбәктә һоро айыуҙарҙың популяцияһы артыуын билдәләй. Урман хужаларының урманда ла, ауыл-ҡасабалар тирәһендә лә кешеләр менән осрашыу осраҡтары йышая.
Һунар тәбиғәттә балансты һаҡлауҙың бер ысулы булып һанала. Айыуҙарға һунар йыл һайын августа айында башлана.
“Башинформ”дан.