

Иҫке Мөсәт ауылында тыуып-үҫеп, әле лә шунда ғүмер итеүсе Хәбир Сабир улы 1983-1985 йылдарҙа Чита ҡалаһында үткән хәрби хеҙмәтенән һуң, күп уйлап тормай, Йылайыр совхоз-техникумына уҡырға инә. Йәш белгес хеҙмәт юлын леспромхоз фермаһында башлай. Унан тыш, ул Яңы Мөсәт, Ғәлиәкбәр ауылдары малдарын да ҡарай. Ферма бөткәс, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән ветеринарҙы Иҫке Мөсәт участкаһына мөдир итеп саҡыралар.
1988 йылдан алып үҙ һөнәренә тоғро ветеринар-табип Иҫке Мөсәт, Яңы Мөсәт, Яңы Собханғол ауылдарын хеҙмәтләндерә. Эшләү дәүерендә Хәбир Сабир улы белемен камиллаштырыу ниәте менән Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп юғары белем ала.
-Төрлө сирҙәр малдан кешегә йоҡмаһын өсөн тырышырға, ваҡытында профилактик саралар күрергә кәрәк. Сирҙәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән даими рәүештә диагностик тикшеренеүҙәр үткәрәбеҙ, йәш үҙенсәлегенә ҡарап, малдарҙан ҡан алабыҙ, вакцинация эшләйбеҙ. Барлығы меңдән ашыу малды хеҙмәтләндерәбеҙ.
Беҙҙең участок район ветстанцияһы бинаһында урынлашҡан. Участокта өс хеҙмәткәр эшләй инек. Хәҙер санитар юҡ, ветеринар-фельдшер Йәҙгәр Иҫәнғужин менән икебеҙ генә эшләйбеҙ, - ти мал табибы.
Яңы Собханғол ветеринария участкаһында мал ауырыуҙары юҡ тиерлек, сөнки Хәбир Сабир улы тәртипте ныҡ тота. Бик ашығыс, хәүефле саҡырыу булмаһа, телефон аша ла консультациялар бирә. Тырыш, яуаплы хеҙмәткәр һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер - кәрәк булғанда ул башҡа участоктарға ла ярҙамға сыға. Коллективта уның хеҙмәтен, эшен яратып башҡарыуын хөрмәт итәләр. Ваҡыт менән иҫәпләшмәгән ветеринарҙың эшенән халыҡ та ҡәнәғәт.
-Күп йылдар эшләү дәүерендә малдың ғына түгел, кешеләрҙең дә характерын белеп бөткәнмен. Халыҡ менән уртаҡ тел табып эшләйем, бер кем менән дә бәхәскә инеп йөрөмәнем. Мал хужалары төрлө аңлатыу эштәрен ихлас тыңлай, кәңәштәргә ҡолаҡ һала, - ти эше бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән баһаланған хеҙмәт ветераны.
Хәбир Юлбирҙин 2021 йылда районда тәүгеләрҙән булып, Республика Башлығы указына ярашлы, оҙайлы, намыҫлы хеҙмәт иткән, оло ҡаҙаныштары булған һөнәр оҫталарына бирелгән “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ғүмер юлының 37 йылын малсылыҡҡа бағышлаған Хәбир Сабир улының эшендә төрлө хәлдәр булғылай. Әммә белемле, тәжрибәле ветеринар булараҡ, бындай осраҡтарҙы ул тәбиғи тип һынай һәм тыныс ҡабул итә.
Уңған, егәрле хужа үҙе лә ишле мал көтә. Мал йәнле, ғүмере буйы бер һөнәргә тоғро ҡалған Хәбир Сабир улы йәштәрҙең эшкә килмәүенә борсола.
-Беҙҙең быуын хаҡлы ялға китеп бөтһә, йәштәрҙе йәлеп итеүе бик ҡатмарлы буласаҡ. Хәҙер йәштәр вахта менән йөрөп эшләүҙе хуп күрә бит, - ти ул.
Ветеринар иңенә һалынған яуаплылыҡ көслө. Иҫкәртеү, дауалау сараларын ваҡытында атҡарыу бик мөһим, сөнки малдарҙың сәләмәтлеге кеше һаулығы менән туранан-тура бәйле.