

Юлиә түшелдеректәр һәм стилләштерелгән биҙәүестәр менән мауыға. Һәр әйберен үҙенсәлекле, зауыҡлы итеп эшләргә тырыша. Балаларҙың да, йәштәрҙең дә, ололарҙың да үҙе эшләгән биҙәүестәрҙе ҡыуанып тағыуҙарын күреү - уның өсөн ҙур шатлыҡ. Ошо рәүешле мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләүгә өлөш индерә алғанына ихлас һөйөнә Бөрйән ҡыҙы.
-Ҡул эштәре менән бала саҡтан ҡыҙыҡһындым. Әсәйемә эйәреп, бәләкәйҙән бәйләм бәйләргә, тегергә өйрәндем. Тәүҙә еңелерәк әйберҙәр, артабан диван, ултырғыс япмаларын да төрлөләндереп бәйләй башланым, - ти Юлиә.
Үҙенә оҡшаған шөғөл таба алыуына сикһеҙ шатланған оҫтабикә ҡыҙҙарын да өйрәтә. Өлкән ҡыҙы, 8 йәшлек Айлина ла сейләндән биҙәүестәр, төрлө сувенирҙар эшләргә әүәҫ. Ралинаға әле 4 кенә йәш. Тормош иптәше, Иҫке Монасип ауылы егете Вадим да хәләленең башланғысын хуплап, ярҙам итеп тора.
Йәй айҙарын Юлиә ғаиләһе менән Бөрйәндә үткәрһә, төп йәшәгән ерҙәре Өфө ҡалаһының Ноғай ҡасабаһында. Ул унда ла үҙ-ара оҫталыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан ҡул оҫталары менән аралашып, кәңәшләшеп йәшәй. Күңел йылыһын ҡушып эшләгән ҡул эштәрен һатып ҡына ҡалмай, бүләк итеп бирергә лә ярата. Милли рухлы райондашыбыҙ “Бәйләнештә” селтәрендә үҙ төркөмөн алып бара.
-Бер аҙ ижад итмәй торһам, ҡулым ҡысып, нимәлер эшләгем килә башлай. Шуға ла яратҡан шөғөлөмә ваҡыт табырға тырышам. Төн уртаһына тиклем булһа ла ултырам, әммә башлағанымды тамамламайынса туҡтамайым. Идеяларҙы интернеттан да алам, үҙем дә уйлап сығарам.
Үҙ эшен тапҡан кешенең бәхете тулы була, тиҙәр бит. Шуға ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ғаиләһендә, балаларында һәм күңеленә яҡын эше булыуында, тип иҫәпләйем, - ти биҙәүестәр менән шөғөлләнеүҙән илһам, дәрт алып йәшәүсе Юлиә.