Йәмғиәт
23 Август 2025, 05:00

Биҙәүестәренә күңел йылыһын һала

Һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Әғләм ҡыҙы интернет киңлектәрендә онлайн уҡып, биҙәүестәр эшләргә өйрәнгән. Бала саҡтан күңеленә яҡын шөғөлгә ул декрет ялына сыҡҡандан һуң тотона.

Биҙәүестәренә күңел йылыһын һалаБиҙәүестәренә күңел йылыһын һала
Биҙәүестәренә күңел йылыһын һала

Һуңғы йылдарҙа гүзәл заттарҙың милли кейемгә, биҙәүестәргә булған иғтибары артҡаны һиҙелә. Милли кейем көнөндә генә түгел, ә төрлө кимәлдәге мәҙәни сараларҙа башҡорт кейеме кеймәһәләр ҙә, стилләштерелгән биҙәүестәр таҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыш осратырға тура килә.

Матур, стилләштерелгән биҙәүестәр эшләүсе оҫталарҙың береһе Миләүшә Ямғурсина менән республика кимәлендә уҙғарылған көрәш турнирында таныштыҡ. Ул көрәшсе улдарын – Рәсим һәм Азатты ярышҡа алып килгән ине.

-Улар көрәшкәнсе, буш ултырмайым әле, тип үҙемдең эшемде лә алып килдем. Шул арала байтаҡ ҡына биҙәүестәр ҙә эшләп өлгөрҙөм, - ти ул.

Һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Әғләм ҡыҙы интернет киңлектәрендә онлайн уҡып, биҙәүестәр эшләргә өйрәнгән. Бала саҡтан күңеленә яҡын шөғөлгә ул декрет ялына сыҡҡандан һуң тотона.

-Бәләкәй сағымдан ялтыр-йолторға ҡыҙыҡтым, алҡа, муйынсаҡтар йыйҙым, мунсаҡтар теҙеп уйнаным. Шуға ла милли биҙәүестәр эшләү уйы менән яна башланым. Их, күңелемә лә ятһын да, ялҡытҡыс та булмаһын, тип уйланым. Ошо шөғөлөм ярҙамында донъяуи мәшәҡәттәрҙән арынам, проблемаларҙы уйламайым, онотолам, күңелем тыныслана, икенсенән килем дә килә, - ти эшен уңышлы ғына алып барған ҡул оҫтаһы.

Миләүшә район күләмендәге төрлө күргәҙмәләрҙә, һабантуйҙарҙа, йәрминкәләрҙә ҡатнаша. Уның башланғысын хуплап, ҡеүәтләп тороусы тормош иптәше март айынан алып махсус хәрби зонаһында хеҙмәт итә.

-Ике йәшлек ҡыҙым Айлина: “Әсәй, алҡа эшләйем”, тип эргәлә уралһа ла, бер ҙә ҡамасау итмәй, дәртләндереп кенә тора. Биҙәүестәрҙең ябайҙарын уның менән бергәләп тә эшләп ҡуябыҙ. Нигеҙҙә, ҡыҙымдың төшкө йоҡоһонда һәм төндәрен өлгөртөргә тырышам. Бәләкәй биҙәүесте иң әҙе 20-25 минутта эшләйем, ҙурыраҡтарына 3-4 сәғәт ваҡыт кәрәк, - ти хәстәрлекле әсә лә, өлгөр хужабикә лә Миләүшә.

Эше лә, күңеле лә матур оҫтабикә беләҙектәр, сулпылар, алҡалар, мунсаҡтар, маңлайсалар, тәңкәле балдаҡтар эшләй. Үҙ ҡулдары менән үҙенсәлекле биҙәүестәр эшләй белеүенә һөйөнгән Миләүшә кәрәкле материалдарҙы, деталдәрҙе интернет магазиндарҙан ала.

-Бик ентекле итеп һайлайым - башҡорттарға, милли орнаментҡа хасмы икәнлеген ҡарайым. Әйтергә кәрәк, интернетта биҙәктәрҙе өйрәнмәйенсә эшләгәндәр күп осрай. Шуға күрә, боронғо башҡорт халҡының милли биҙәктәренә таянып, бөтә күңелемде, фантазиямды һалып эшләргә ынтылам, - ти биҙәүестәр тарихын өйрәнеүгә ныҡлап тотонған оҫта ҡуллы райондашыбыҙ.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас