Йәмғиәт
22 Август 2025, 05:00

Бар ергә лә өлгөр Диниә

Хәҙер йәштәргә бөтә юлдар ҙа асыҡ, бары тик уңғанлыҡ һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Бөрйәндә, айырыуса, туризм өлкәһендә эшләргә, үҫешергә теләгән йәштәргә мөмкинлектәр күп. Кейекбай ауылы ҡыҙы Диниә Сафина тап шундай тырыш, сос йәштәр рәтендә. Ҡарап тороуға баҫалҡы ғына күренгән ҡыҙ менән яҡындан танышҡандан һуң, уның ниндәй сос, маҡсатлы булыуын аңлайһың. Тырыш ҡыҙҙың йәйге каникулы “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексында экскурсовод булараҡ үтә.

Бар ергә лә өлгөр ДиниәБар ергә лә өлгөр Диниә
Бар ергә лә өлгөр Диниә

-Былтыр бер аҙна музейҙы ҡараусы, аҙаҡ экскурсовод булып эшләнем. Быйыл да ихлас теләк менән был шөғөлөмдө дауам итәм. Музейҙы ҡараусылар һорау бирһәләр, экскурсия үткәреү ҡыҙыҡлыраҡ та. Ҡайһы саҡ төрлө бәхәстәр ҙә тыуып ҡуя. Шуға күрә үҙ эшемә яуаплы ҡарайым, бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуапты бирер өсөн тарихты, мәмерйәне, тәбиғәтте яҡшы белергә тейешмен. Экскурсоводтың үҙенең ҡыҙыҡһыныуы, сағыу тауышы булмай тороп, ул кешегә ниндәйҙер кәрәкле мәғлүмәтте еткерә алмаясаҡ, - ти алсаҡ, тыңлап, ҡарап йөрөүселәрҙе ауыҙына ғына ҡаратып ҡуйырлыҡ асыҡ, матур, көслө тауышлы экскурсовод.

Эйе, экскурсиялар үткәреү өсөн шулай уҡ географ та, этнограф та, әҙәбиәт, сәнғәт белгесе лә булырға тура килә. Сөнки эш барышында быларҙың һәммәһе лә кәрәк булыуы бар. Ә Диниә был яҡтан һынатмай - Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатының 11-се класын тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған. Һәләтле ҡыҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, йырларға, бейергә, шиғырҙар һөйләргә, спорт менән шөғөлләнергә, алып барыусы булып сығыш яһарға ярата.

Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырған абитуриент бер нисә уҡыу йортона документтарын бирһә лә, Өфө фән һәм технологиялар университетын һайлаған. Киләсәктә ул филолог буласаҡ.

-Атай-әсәйемә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт. Минең уңыштарымда уларҙың өлөшө бик ҙур, - ти Кейекбай ауылында йәшәүсе Ғәфүр һәм Нәзирә Сафиндарҙың ҡыҙҙары Диниә.

Бер экскурсия 45-50 минут дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә йәш экскурсовод төркөм булып ойошҡан халыҡты ҡыҙыҡһындырырға, күберәк мәғлүмәт биреп ҡалырға тырыша. Киләсәктә лә был шөғөлөн ташламаҫҡа, артабан да үҫешергә ынтылған Диниә  йәштәрҙе ҡыйыу булырға саҡыра.

-Йәштәрҙең теләктәре булһа, эшкә килһендәр, үҙҙәрен һынап ҡараһындар. Әлбиттә, бик күп ятларға, һөйләйәсәк тексыңды төптән аңларға кәрәк. Тәүҙә тыңлап йөрөйһөң, көнөн-төнөн уҡый, өйрәнә торғас, тора-бара ятлап бөтәһең. “Эшләй алмайым” тип икеләнгән ҡыҙҙар ҙа ваҡыт үтеү менән матур итеп һөйләргә, үҙҙәрен тоторға өйрәнеп китәләр. Әлеге ваҡытта 4 ҡыҙ татыу, күңелле генә эшләйбеҙ, - тип экскурсовод эше тураһында ҡыҫҡаса бәйән иткән Бөрйән ҡыҙын киләһе төркөм түҙемһеҙләнеп көтә ине инде.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас