

Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Уның барышында райондың көнүҙәк мәсьәләләре, Иҫке Собханғол һәм Байназар ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре барышы буйынса һорауҙар ҡаралды.
-Иҫке Собханғол һәм Байназар ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре әүҙем алып барыла. Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булып, артабан да уңышлы эш алып барылһын. Халыҡ менән осрашыуҙар, отчет йыйылыштары барышында күтәрелеп сыҡҡан һорауҙарға ла тейешле иғтибар бирелһен.
Район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү буйынса шәхси йорттарҙа профилактик рейдтар үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибарлыраҡ булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырам. Йорттарҙа янғын сығыуҙың сәбәбе күп осраҡта йортта тәмәке тартыу, электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле, һаҡ булығыҙ! Йортоғоҙҙа янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйығыҙ, ваҡытында ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн ҡарап торорға, тикшерергә онотмағыҙ.
Юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, юл транспорт ваҡиғаһына юл ҡуймаҫҡа саҡырам. Һәр кем үҙенең һәм эргә-тирәһендәгеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ тойорға бурыслы.
Төнгө ваҡытта бәлиғ булмаған балаларҙың урамда һәм башҡа йәмәғәт урындарында йөрөүен ата-әсәләр сикләргә тейеш. Комендант сәғәте балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында индерелгән. Ә төнөн балаларҙың ата-әсә контроленән тыш урамда ҡалыуы – үҫмерҙәрҙең хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәр ҡылыу сәбәптәренең береһе булып та тора.
Йыл башынан район биләмәһендә эт тешләүенә бәйле 14 осраҡ теркәлгән, шул иҫәптән Иҫке Собханғол ауылында – 8 осраҡ. Хужаһы булған эттәрҙән тешләнеү, шулай уҡ үҙ эттәренән дә, - 10 осраҡ, ҡалған 4 осраҡта - эйәһеҙ эттәр. Эт хужалары үҙҙәренең йорт хайуандары өсөн тейешле шарттар булдырырға, йәмәғәт урындарында йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәргә һәм тирә-яҡтағыларға зыян килтереүгә юл ҡуймаҫҡа бурыслы икәнен онотмаһын ине!
Район биләмәһендә халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, бүреләр һанын көйләү буйынса эштәр алып барыла. Буре аулау өсөн ойошторолған һунарсылар бригадаһы тарафынан әлегә 1 бүре алынған. Сикләүһеҙ лицензияларҙың срогы 4 сентябргә тиклем, эште әүҙем генә дауам итергә кәрәк. Бүре аулаусыларҙы дәртләндереү тураһындағы муниципаль район хакимиәте ҡарары әле лә ғәмәлдә. Уға ярашлы, һәр тотолған бүре өсөн 2000 һум күләмендә аҡса ҡаралған. Уның өсөн һунарсыларға бүрене атҡан урын, датаһы, ваҡыты, рөхсәт ҡағыҙы тураһында отчет бирергә кәрәк була.
Район халҡы исеменән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылауҙы алып барыу ваҡыты 26 августҡа күсерелде. Ярҙам туплауҙы дауам итәбеҙ. Шәхси посылкалар ҙа (Донецк Халыҡ Республикаһы, Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт иткән райондаштарға) 26 августҡа тиклем ҡабул ителә.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тине район етәксеһе.
Сығанаҡ: Рамиль Абдуллин