

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Бөрйән районында үткән күсмә кәңәшмә йомғаҡтары буйынса республиканың был районының үҫеше буйынса юл картаһы булдырыласаҡ, тип белдерҙе премьер-министр Андрей Назаров.
ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә премьер-министр әйтеүенсә, Бөрйәндәге кәңәшмәлә ағымдағы хәлгә анализ яһалған, социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре ҡаралған, уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелгән.
“Тейешле юл картаһы булдырыласаҡ. Уның эшен, Бөрйән районының кураторы булараҡ, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова координациялаясаҡ. Минең ҡарамаҡҡа, Әминә Шафиҡованың ошо район кешеһе булыуын иҫәпкә алғанда, был дөрөҫ ҡарар. Тыуған районының үҫешенә патронатлыҡ итеү - уның өсөн ҡыуаныс”, - тип йомғаҡ яһаған Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры.
Белешмә. Бөгөнгө көнгә Бөрйән районы эшҡыуарҙарҙың инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы буйынса биш муниципалитет иҫәбенә инә. 2023-2024 йылдарҙа Бөрйән районында дөйөм суммаһы 116 миллион һум тәшкил иткән 13 инвестиция проектына ярҙам ителгән.
2024 йыл йомғаҡтары һәм 2025 йылдың үткән ваҡыты күрһәткестәре буйынса Бөрйән районы республикала тәүге урынды биләй. Тыуым күрһәткесе 15,1 (1000 кешегә алынған). Был уртаса республика күрһәткесенән 1,9 тапҡырға юғарыраҡ.
Районда юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 652 саҡрым. Һуңғы 5 йылда территориаль заказ сиктәрендә 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән. 106 саҡрым автомобиль юлдары һәм дөйөм оҙонлоҡтары 374 погон метр булған 3 күпер норматив хәлгә килтерелгән.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Бөрйән районы йыл һайын йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса проекттарҙа ҡатнаша. Һуңғы 6 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Комфортлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 54 миллион һум тәшкил иткән 9 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.
Коммуналь комплекс өлкәһендә хәлдәр тотороҡло ғына. Бында коммуналь селтәрҙәрҙең туҙыуы сағыштырмаса түбән кимәлдә – 45 процент.
Бөрйән районы, солоҡ ҡортсолоғо һәм йылҡысылыҡ кеүек уникаль йүнәлештәр арҡаһында, агротуризм үҫеше өсөн юғары потенциалға эйә. Был төбәк йылҡыларҙың һаны буйынса республикала 11-се урынды биләй.
Ҡортсолоҡ урындағы халыҡ өсөн өҫтәмә килем сығанағы булып тора. Бөрйән районында 6,4 меңдән артыҡ ҡорт ғаиләһе (күс) иҫәпләнә. “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы һәм “Алтын Солоҡ” заказнигы 2 меңдән артыҡ солоҡ умарталарының эшмәкәрлеген тәьмин итәләр. Үткән йылда яҡынса 70 тонна бал етештерелгән. Төбәктең тәбиғәт шарттары был күләмде яҡынса 10 тапҡырға арттырыу мөмкинлеге бирә.
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.