

Мәҫәлән, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды директоры Э. Сәйетова фонд тарафынан булдырылған ярҙам саралары, бизнесты үҫтереү инструменттары менән таныштырҙы. Фонд эшҡыуарҙарға үҙ эштәрен уңышлы алып барыу өсөн 14 йүнәлеш буйынса эшләй. Мәҫәлән, үҙмәшғүлдәр өсөн “Продвигай бизнес” онлайн-платформаһы бар. Уның ярҙамында эшҡыуарҙар үҙҙәренең тауары тураһында киң аудиторияға һөйләй, яңы ҡулланыусылар, партнерҙар, һатып алыусылар, клиенттар таба ала.
Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченный И. Абрамова власть органдары тарафынан эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары боҙолған осраҡта уларға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген аңлатты. Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын күпселек осраҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарынан яҡларға тура килә, тине ул. Бөрйән районында ярҙамды йәмәғәт уполномоченныйы Рәмил Кинйәбаев күрһәтә.
Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле министрлыҡ тарафынан булдырылған ярҙам саралары – “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы”, “Агротуризм” кеүек программаларҙа күберәк ҡатнашырға саҡырҙы. Киләһе йылдан МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн “Агромотиватор” программаһы эшләй башлаясаҡ. Был программа сиктәрендә мал үрсетеү өсөн 7 миллион һум күләмендә ярҙам бирелә. Уны ер участкалары, ауыл хужалығы техникаһы, мал һатып алырға, кредитты ҡапларға, проект документын эшләтергә, бина ремонтларға тотнорға мөмкин.
“Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе А. Сәлимова үҙәк күрһәткән ике йүнәлеш - мәғлүмәт-консультация, белем биреү, методик һәм финанс ярҙамы буйынса күрһәткән хеҙмәттәр тураһында һөйләне.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкиле эшҡыуарлыҡ эшен башларға теләүселәр өсөн адреслы социаль ярҙам саралары буйынса сығыш яһаны. Үҙ эшеңде асыу өсөн министрлыҡ 350 мең һумға тиклем бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата ярҙам бирә.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан Н. Фәйрүзов юл буйы сервисын үҫтереү өсөн бирелгән дәүләт ярҙамы, юл буйы сервисы өсөн отошло булған стационар булмаған сауҙа һәм мобиль сауҙа объекттарын ҡуйыу буйынса ярҙам тураһында һөйләне.
Осрашыу барышында эшҡыуарҙар шулай уҡ лизинг, займ алыу, ислам буйынса лизинг – иджара тураһында мәғлүмәттәр алды.
Эшҡыуарҙар Премьер-министр менән осрашты

-Бөрйән районында 392 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Һеҙҙең төп өлкәгеҙ — сауҙа, ауыл һәм урман хужалығы. Районда туризмды үҫтереү өсөн ҙур потенциал бар, - тип билдәләне Премьер-министр.
"Һорау-яуап" асыҡ диалог форматында үткәрелгән осрашыуҙа эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Күпселек һорауҙар ер мәсьәләһенә ҡағылды. Туризм менән булышҡан эшҡыуарҙар ерҙе рекреацион, йәғни ял, туризм ойоштороу өсөн тәғәйенләнешкә күсереү, һатыуға, аукционға ҡуйылған ерҙәрҙе алыу буйынса килеп сыҡҡан проблемалары менән бүлеште. Андрей Назаров Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бер ай ваҡыт бирҙе.
Шәхси эшҡыуар Гөлфиә Григорьеваның Иҫке Собханғол - Сәрмән йүнәлешендәге юлдарҙың торошо буйынса һорауына БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов яуап бирҙе: “Быйыл Бөрйән районында юлдар төҙөүгә һәм ремонтлауға бюджет 30 процентҡа арттырылды. Был Иҫке Собханғол-Мораҡ юлына ла ҡағыла, уны 2027 йылға тиклем тапшырасаҡбыҙ. Стәрлетамаҡ – Белорет - Магнитогорск трассаһы буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Ағымдағы йылда Сәрмәнгә тиклем юлда әлегә тулы күләмдә асфальт түшәү мөмкинлеге юҡ, яйлап тәртипкә килтерәбеҙ, норматив хәлдә тотасаҡбыҙ”.
Туризм өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән эшҡыуар Урал Хәлиуллин ситтән килгән турфирмалар өсөн район үҙәгендә, Мәндәғол ауылында туристарҙы ағыҙыу буйынса берҙәм үҙәк булдырыуҙы һораны һәм уларҙан ҡалған сүп-сарҙы сығарыу мәсьәләһен күтәрҙе. Был тәҡдим артабан ҡаралыу өсөн Экология министрлығы тарафынан контролгә алынды.
Динара Байегетованың һыу туризмы инструкторҙарын әҙерләү, уҡытыу буйынса бирелгән һорауы ыңғай хәл ителде. Инструкторҙарҙы бушлай уҡытыуҙы бойомға ашырыу буйынса эш республиканың Мәғариф, Хеҙмәт министрлыҡтары менән берлектә Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа йөкмәтелде.
Күн әйберҙәр эшләүсе Владик Әхтәмов художестволы ижад менән шөғөлләнеүселәргә эш асҡанда ярҙам итеү мөмкинлеге тураһында һораны. Премьер-министр билдәләүенсә, бөгөн республикала властар яғынан креатив индустрияларға ярҙам ҙур, һәм төбәк Сәнәғәт министрлығы тарафынан субсидияларҙан тыш, яңы ярҙам программалары әҙерләнә.
Луиза Әминева Бөрйәндә таҙартыу ҡоролмаларының етешмәүе тураһында һөйләне. Был мәсьәләне республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә хәл итеп була, ғариза программаға индерелгәндән һәм раҫланғандан һуң был объекттарҙы төҙөү өсөн аҡса бүленәсәк, тип белдерҙе иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Сара барышында район эшҡыуарҙары консультацион зонала үҙ эштәре буйынса эксперттар менән кәңәшләшә алды.

Осрашыу райондағы бизнестың иң яҡшы вәкилдәрен бүләкләү менән тамамланды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең почет грамотаһы менән КФХ башлыҡтары Кәшәф Шәрипов, Азат Баймөхәмәтов, шәхси эшҡыуарҙар Марат Бакиров, Кәрим Исҡужин бүләкләнде.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының Рәхмәт хатына КФХ башлыҡтары Илнар Әҙелбаев, Фирғәт Хәйбуллин, шәхси эшҡыуар Фәнис Юлмөхәмәтов, «Бөрйән» ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе Айгөл Шәмиғолова лайыҡ булды.
Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының почет грамотаһы менән шәхси эшҡыуарҙар Рөстәм Ғәйетбаев, Динар Зарипов, Илүзә Иҫәнгилдина, Илдар Ишморатов, Әлфиә Мырҙағолова, Ирина Шәмиғолова, КФХ башлыҡтары Марсель Зәйнетдинов, Фәнис Сәйәхов, «Стройдвор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вилдан Кәримов бүләкләнде.
Бөрйән районында дәүләт ярҙамы менән туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса 2023-2024 йылда ғәмәлгә ашырылған проекттар – 13
Дөйөм ярҙам күләме – 52,6 млн һум
Эшҡыуарлыҡты уңышлы үҫтереү миҫалдары:
ИП Намаҙбаев Н.А. – инвестиция күләме – 10 млн һум, эш урындары – 4;
“Бал ҡорттары донъяһы” ЯСЙ - инвестиция күләме – 3 млн һум, эш урындары – 1;
ШЭ Муллағәлиев Д.Р. - инвестиция күләме – 1,5 млн һум, эш урындары – 1.
Райондың киләсәген беҙ туризмға бәйләйбеҙ, ошо йүнәлештә артабан да маҡсатлы эш алып барыласаҡ, тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.