Йәмғиәт
18 Август 2025, 04:50

Андрей Назаров Бөрйәндә булып ҡайтҡас, халыҡты Башҡортостанда сәйәхәт итергә саҡ

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә үҙенең Бөрйән районына сәфәре хаҡында һөйләгән һәм төйәгебеҙҙең матурлығына һоҡланыуын белдергән.

Андрей Назаров Бөрйәндә булып ҡайтҡас, халыҡты Башҡортостанда сәйәхәт итергә саҡАндрей Назаров Бөрйәндә булып ҡайтҡас, халыҡты Башҡортостанда сәйәхәт итергә саҡ
Андрей Назаров Бөрйәндә булып ҡайтҡас, халыҡты Башҡортостанда сәйәхәт итергә саҡ

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә үҙенең Бөрйән районына сәфәре хаҡында һөйләгән һәм төйәгебеҙҙең матурлығына һоҡланыуын белдергән.

“Башҡортостан – үҙенең матурлығы һәм гармонияһы менән илһамландырыусы хайран ҡалмалы урын. Йәшел болондар, мәғрүр тауҙар, саф һыулы йылғалар... Былар барыһы йән тыныслығы һәм илаһилыҡ атмосфераһы тыуҙыра.

Беҙҙең тәбиғәт бай һәм күптөрлө: бында Көньяҡ Уралдың тау массивтары ла, икһеҙ-сикһеҙ яландар ҙа, ҡуйы урмандар ҙа... Беҙҙең ерҙең һәр мөйөшөнөң үҙ энергетикаһы һәм йәлеп итерлек гүзәллеге бар.

Бөрйән районына эш сәфәре барышында, эш сараларынан тыш, тәбиғәткә һоҡланырға һәм һыбай йөрөп алырға ла өлгөрҙөм.

Төбәктең барлыҡ халҡын һәм ҡунаҡтарын  Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә - тәбиғәт һәм гармония донъяһына  сумырға саҡырам”, - тип яҙған Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото:соцсети Андрея Назарова

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас