

-Фәнил Мәғәфүр улы, мәҙәниәт бүлегенә ҡараған учреждениеларҙың ҡышҡы сезонға әҙерлеге нисек?
-Районда 50 мәҙәниәт учреждениеһы эшләй. Был иҫәптә 25 ауыл мәҙәниәт йорттары, 1 ауыл клубы, район мәҙәниәт һарайы, 21 китапхана, Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе һәм Мөхтәр Сәғитов музейы.
7 ауыл мәҙәниәт йорто газ, 11-е ҡаҙан, ә ҡалған учреждениелар мейес менән йылытыла. Әлеге көндә 13 ауыл мәҙәниәт йортона ҡышҡылыҡҡа утын алып килеү буйынса шәхси граждандар менән килешеү төҙөшөлгән (Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк, Байғаҙы, Яңы Усман, Ғәлиәкбәр, Мәндәғол, Ғәҙелгәрәй, Әбделмәмәбәт, Килдеғол, Ҡолғана, Яңы Мөсәт, Яуымбай), ҡалған 6 мәҙәниәт йорто (Мәһәҙей, Мораҙым, Әтек, Киекбай, Ырғыҙлы, Ҡотан) килешеү төҙөүгә кеше эҙләйҙәр. Шулай уҡ ҡаҙанлыҡта эшләгән ут яғыусыларҙы уҡытыуҙы ойоштороу өсөн лицензияһы булған ойошма эҙләү өҫтөндәбеҙ.
-Дөйөм алғанда мәҙәниәт йорттарының хәл торошо нисек, ремонт эштәре башҡарыламы?
Ағымдағы йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре спонсор табып, аренданан килгән сығымға һәм үҙҙәренең көсө менән биналарға эстән-тыштан косметик ремонт эшләнеләр.
РФ президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлә. Ошо сәбәпле төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла килә. Беҙ ҙә был проекттарҙың файҙаһын күрәбеҙ - ауыл мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын яңыртыуға быйылғы йылда “Реаль эштәр” проекты буйынса 1 234 300 һум, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектынан 4 320 065 һум, урындағы бюджеттан 500 000 һум күләмендә аҡса бүленде.
“Реаль эштәр” проектынан бүленгән аҡсаға 4 ауыл мәҙәниәт йортоноң матди техник базаһы яңыртылды, Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йортоноң яғыулыҡ ҡаҙанлығы алыштырылды. Әле Байғаҙы ауыл мәҙәниәт йортоноң нигеҙен нығытыу эштәре бара. Артабан Яңы Усман мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатындағы тәҙрәләрен пластик тәҙрәләргә алыштырыу һәм хәүефһеҙлек сараһы булараҡ ҡаралған баҫҡыс, тимер ишек ҡуйыу, Ҡотан ауыл мәҙәниәт йортонда яҡтылыҡ-йылытыу системаһын эшләү планлаштырылған. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн шәхси эшҡыуар Артур Халиҡов менән килешеү төҙөлгән. Шулай уҡ Яңы Собханғол мәҙәниәт йортоноң баҡсаһы өлөшләтә яңыртыласаҡ, ә Яуымбай мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһы ремонтланасаҡ. Әле Яуымбайҙың фольклор ансамбленә сәхнә костюмы тектерә алдыҡ.
“Берҙәм Рәсәй”партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттарының матди базаһын нығытырға ярҙам итә. Муниципаль мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға һәм үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан бүленгән субсидияға район мәҙәниәт һарайына заман талаптарына тура килгән пиксельный экран, яҡтылыҡ ҡоролмалары, ноутбук, томан генераторы алыуға өлгәштек. “Мәсем-таш“ халыҡ ҡурайсылар ансамбленә өр-яңы сәхнә кейеме тектерҙек.
Ошо урында данлыҡлы ансамбль тураһын әйтеп үтмәйенсә булмай. Ул 1946 йылда мәшһүр ҡурайсы Мөхәмәт Ҡәҙерғолов тарафынан төҙөлгән. 1967 йылда “халыҡ” исемен алған. Оҙаҡ йылдар ансамблде Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмил Иҫәнғалин етәкләгән, әле етәксеһе йәш ҡурайсы Әлфир Исҡужин. Иң оло ҡурайсыбыҙ Әхәт ағай Бикбулатовҡа 75 йәш. Ансамбль күп сараларҙың биҙәге, яулаған дәрәжәләре лә бихисап. Киләһе йылда ансамбль үҙенең 80 йәшен билдәләйәсәк.
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса бүленгән аҡсаны шулай уҡ Яңы Усман, Байназар ауыл мәҙәниәт йорттарына яҡтылыҡ һәм музыкаль аппаратура, Мораҙым, Мәһәҙей, Ғәлиәкбәр ауыл йорттарына музыкаль аппаратура, Ғәҙелгәрәй мәҙәниәт йортона комьютер, Исламбай, Яңы Мөсәт мәҙәниәт йорттарына ноутбук алыуға тотондоҡ.
Яңыртылған заманса йыһаздар, музыка ҡоролмалары мәҙәниәт йорттарының эш сифаттарын яҡшыртып, халыҡтың мәҙәни ялы өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Тағы ла ППМИ программаһы нигеҙендә яҡын араларҙа Әтек ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залындағы ултырғыстары алмаштырыласаҡ.
-Ә китапханаларға килгәндә?
-Бөгөнгө көндә районда үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында 21 китапхана – 19 ауыл китапханаһы, район үҙәк китапханаһы һәм район балалар китапханаһы эшләй. 18 ауыл китапханаһы ауыл мәҙәниәт йорттарының бинаһында урынлашҡан. Иҫке Мөсәт ауыл китапханаһы ФАП менән бергә айырым бинала урынлашҡан һәм газ менән йылытыла. Район үҙәк китаханаһы район мәҙәниәт йортонда, ә район балалар китапханаһы Иҫке Собханғол урта мәктәбе бинаһында урынлашҡан. Китапханалар ҡышҡа әҙерлек буйынса артыҡ мохтажлык кисермәй, барыһында ла косметик ремонттар башҡарылды.
Музейға килгәндә, Мөхтәр Сәғитов музейына ремонт өсөн район бюджетынан 50 мең һум аҡса бүленде. Бүленгән аҡсаға газға насос, яҡтыртҡыс лампаларҙы алмаштырыу эштәре ҡаралған, эске яҡтан косметик ремонт та башҡарыласаҡ. Хәүефһеҙлек сигнализаторы тикшереү үтте.
Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбендә косметик ремонт уҡытыусылар тарафынан эшләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре тарафынан иҫкәртелгән етешһеҙлектәр тулыһынса юҡҡа сығарылды. Ғөмүмөн, сәнғәт мәктәбе балаларҙы яңы уҡыу йылына ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер. Әлегә 310 уҡыусы иҫәпләнә.
Байназар ауылында ла Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенең хореография класы эшләп килә. Байназар мәҙәниәт йорто бинаһында 72 кв.метр майҙаны булған хореография класында уҡырға йөрөгән балаларҙың түләүенән йыйылған аҡсаға атайҙары иҙәнде алмаштырып ҡуйҙылар. Етмәгән материалдарҙы алыу өсөн ата-әсәләр ярҙамы менән 79 мең һум аҡса йыйылды. Был ремонт эшендә ауылдаштар, ҡырҙа йәшәүселәрҙең дә ярҙамы тейҙе. Махсус көҙгөләр, классика өсөн станоктар, костюм һаҡлау бүлмәһе тулыһынса яңыртылды. Әлеге көндә буяу, таҙартыу эштәре дауам итә. Был эште, әлбиттә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башҡарыла. Байназарҙа сәнғәт мәктәбендә 76 бала уҡый.
-Тағы ниндәй ярҙам саралары менән ҡулланаһығыҙ?
-Йыл да учреждениелар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып урындар ала килә. Быйылғы йылда Исламбай ауыл китапханаһы “Мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы” республика конкурсында “Иң яҡшы учреждение” номинацияһында еңеп сыҡты һәм уларға 100 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк бирелде. Был аҡсаға китапхана өсөн телевизор, принтер, штатив, стеллаж алынды.
Бер нисә йыл рәттән йәш белгестәр “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһына ҡатнашып, хөкүмәтебеҙ тарафынан бирелгән аҡсаға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәштеләр. Быйыл да конкурста ҡатнашырға документ-заявка ебәрелде.
Иң ҡыуаныслы яңылыҡтарҙан - газ үткәреүгә Әтек, Ҡотан, Ырғыҙлы, Ғәҙелгәрәй, Кейекбай ауыл мәҙәниәт йорттарына аҡса бүленде һәм яҡын арала был эштәр башланасаҡ.
Әлбиттә, бар эштә лә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл хакимиәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, мәктәп, балалар баҡсаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Берҙәм Бөрйән халҡына ҙур рәхмәт!
А. Уразаева әңгәмәләште