+28 °С
Болотло


3 кило бешкән сөгөлдөрҙө ҡырғыстың эре тештәре аша үткәрәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаға 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ һәм, ҡайнатып сығарғас, 15 минут бешерәбеҙ.
Артабан 80 грамм аш һеркәһе өҫтәп, йәнә 2-3 минут ҡайнатабыҙ.
Салат әҙер. Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле, эштәрегеҙ ғәмле булһын!
#Хужабикәгә_ярҙамға