

Үткән быуаттың 60-сы йылдары, дөрөҫөрәге, 1962 йылдың май аҙағы йәки июнь башы. Совет дәүләтенең ил башлығы булып Никита Сергеевич Хрущев эшләгән дәүер. Ул 1953-1964 йылдарҙа ил менән етәкселек итте.
Бик аҙ ғына ошо кеше тураһында яҙып үтмәксемен. Уны 1964 йылдың 14 октябрендә вазифаһынан бәреп төшөрҙөләр, уның урынына Леонид Ильич Брежнев ҡуйылды.
“Йығылғанды түбәләргә” тигән ниәттә түгел, ә үткәндәрҙең һабағы нығыраҡ хәтерҙә ҡалһын өсөн яҙам мин быны.
Беҙҙең күп кенә бәләләребеҙ – иҡтисадтағы салышлыҡтар, идеология эшендәге нишаналыҡ, меңәрләгән кешеләр яҙмышының селпәрәмә килеүе Хрущев намыҫында. Ә уның 1954 йылда Ҡырым ярымутрауын Украинаға бүләк итеүе нимәгә килтерҙе? Хәҙер билдәле – ярымутрауҙы Украинаға биреү юридик яҡтан дөрөҫ башҡарылмаған булған, шул замандағы Совет Конституцияһына ла ҡаршы килә. Ғөмүмән, был законһыҙ эшләнгән булған. Уның 1962 йылда Новочеркасскиҙа тыныс демонстрацияны аттырыуын партияның сәләмәт көстәре ғәфү итмәне. Илдә икмәк бөттө, борсаҡ икмәге ашай башланыҡ. Икмәк бөтмәгән булған икән. Хрущев: “Илдә 10 йыллыҡ икмәк запасы булырға тейеш”, - тип элеваторҙарҙа һаҡланған бойҙайға теймәҫкә ҡушҡан булған. Брежневты ил башына ҡуйғандың икенсе көнөнә ауылға ике машина он килде. Илдә 18 йылға һуҙылған коммунизм башланды тиһәң дә була.
Ярай, ошоноң менән сәйәсәтте туҡтатып торайыҡ. Һөйләйәсәк һүҙем ошо Хрущев заманындағы, шул мәлдә ҙур бер колхоз булып йәшәп ятҡан “Ағиҙел” колхозы тураһында. Тағы ла дөрөҫөрәге, шул заманда үткәрелгән колхоз һабантуйы тураһында.
Колхоз 6 ауылды берләштерҙе. 1957-1959 йылдарҙа әлеге лә баяғы шул Хрущев илдә колхоздарҙы эреләттереп бөтөргәйне. Был үҙен аҡламаны, әлбиттә. Шул 6 ауылға түбәндәге ауылдар инде: Байназар (колхоз идараһы ошо ауылда ине), Мораҙым, Мәһәҙей, Яуымбай, Ҡыпсаҡ һәм Килдеғол. Ул заманда хужалыҡ менән Ғәле Төхвәт улы Ҡотлобаев етәкселек итте. Партия ойошмаһы секретаре Фаяз Шәңгәрәй улы Ҡарамышев ине. Улар икеһе лә ул заман өсөн алдынғы ҡарашлы, яҡшы етәкселәр булды.
Хужалыҡта техника бик аҙ булды. Ҡыпсаҡта бер ДТ-54 тракторы, бер “Белорусь” (кабинаһыҙ), бер ТЗ-51 автомобиле бар ине. Уның мин номерын да хәтерләйем – ДИ(Н) 58-75.
Колхозда эш тик ҡул көсө менән эшләнде. Бесәнде тик аттар менән саптылар. Беҙҙең ауылда иң көслө ат менән бесән сабыусы булып Шәмиғолов Булат ағай иҫәпләнде. Ул Майҡолаған башы тигән ерҙән саба башлап, Көрәште буйын, бөтә Ҡараңғы уйҙы, Бүреҡарт тамағы кисеүенә еткәнсе ерҙәрҙе бер үҙе өс ат менән сабып бөтә торғайны. Был рекордты ауылдан тик бер кеше генә ҡабатлай алды – ул Шәрипов Әҡсән ағай мәрхүм. Аҙаҡ, техника күбәйгәс, ошо майҙанды бер трактор бер айҙа саҡ сабып бөтә торғайны. Ул заманда халыҡ ныҡ эшләне. Бөгөнгө һымаҡ буштан-буш йөрөгән кеше булманы. Ярай, беҙҙең төп тема һабантуй бит әле.
Ул замандағы һабантуйҙы халыҡ көтөп ала ине, сөнки гел эш тә эш, күңел асыу эләкмәй ҙә. Хәҙерге һабантуйҙар бөтөнләй һабан күрмәгән халыҡ менән тик шоу формаһында үтә. Ә элекке һабантуйҙар боронғо ғөрөф-ғәҙәт, йолалар төйөнләнеше, быуындар осрашыуы һәм киләсәккә ҡараш, ул – сәм, көс, таҫыллыҡ ярышы. Йөрәгендә башҡорт тарихына оло һөйөү йөрөткән һәр колхозсы һабантуйға атлығып бара ине. Һәр бер колхоз бригадаһы үҙ ауылынан байрамға килгәндәр өсөн итле аш бешерҙе. Ул йылда беҙҙең ауылдыҡыларға аш бешереү минең атай менән әсәйгә ҡушылған ине. Атай ҡарт бер көн алдан ике ат егеп, колхоздың ат арбаһын алып ҡайтты, тәгәрмәстәрен майлап әҙерләп ҡуйҙы. Кистән үк арбаға ҙур ҡаҙан, эре-эре аштабаҡтар, самауыр һәм башҡа кәрәк-яраҡ тейәлеп ҡуйылды. Юлға иртә сығырға кәрәк, сөнки һабантуй урыны Ҡыпсаҡтан егерме километрҙа, Бешәке тамағы тигән ерҙә. Был урын элек бик матур аҡлан ине, күпереп үҫкән үлән, ерек ҡыуаҡлыҡтары аҡланды уратып алған. Әрәмә ситләтеп һәр ауыл усаҡ яғып ебәрҙе. Һәр ауылға йәһәтләп ит таратып бирҙеләр. Ҡаҙандарҙағы иттәр ҡайнап сыҡҡас, аҡланға тәмле һурпа еҫе таралды.
Миңә 9 йәш. Был һабантуйға мине көндөҙ ат ҡарарға алып килделәр. Аттар икеһе лә оҙон арҡанға бәйләнгән килеш үрҙәрәк ашарға ебәрелгән. Минең бурыс – уларҙы йыш-йыш йүгереп кенә барып ҡарап килеү, арҡанға сырмалмауын тикшереү. Был эште мин ҙур кинәнес менән үтәйем, сөнки байрамға алып килгәндәре өсөн рәхмәтлемен. Малайҙарҙан был һабантуйға тик мин бер үҙем генә булыуыма шул хәтлем шатмын.
Иң тәүҙә аҡлан уртаһында йыйылыш булды. Барса халыҡ ерҙә сиҙәмдә ултыра, ҡырын ятып тыңлағандар ҙа бар, сөнки сиҙәм таҙа. Тәбиғәт бик матур. Саҡ ҡына аҫтараҡ колхоздың һыу тирмәне урынлашҡан, уның эсен инеп ҡараныҡ. Аҙаҡ алдынғы колхозсыларға бүләк тараттылар. Әйтеүемсә, ул заманда халыҡ ныҡ эшләне, коммунизм төҙөйбөҙ, тип ил етәксеһенең хыялдарына эйәреп, яҡты киләсәк хаҡына бөтә ауырлыҡтарға түҙҙе, үҙ-үҙҙәрен аямай, көнө-төнө ҡара тир түгеп эшләрҙәр ине.
Аҙаҡ ярыш төрҙәрен иғлан иттеләр. Башҡа ярыштарҙы хәтерләмәйем, әммә көрәш ярышын ошонда тәүгә күрҙем. “Эх, ошо ағайҙар кеүек көслө булһаң ине”, - тип көрәшселәргә ҡарап көнләшеп торғаным хәтерҙә ҡалған. Минән көрәшсе сыҡманы, шулай ҙа бер үҙем бер көндә 1 эҫкертте, 1 кәбәнде көсәнмәй генә һала торғайным. Тимәк, көслө булыу теләге тормошҡа ашҡан.
Көрәштә беҙҙең ауылдан өс кеше ярышты, өсөһө өс төрлө ауырлыҡ категорияһында бил һынаны. Өсөһө лә урын алдылар. Сәлих Мөхәмәтғәлин, Зәки Яхин, Сабир Усманов атлы ағайҙар ине улар, хәҙер барыһы ла мәрхүмдәр инде.
Хәҙер ул һабантуй төштәге кеүек кенә хәтерҙә ҡалған. Иртәгеһенә мин ауылда малайҙарға кисәге һабантуй тураһында һөйләнем. Ә малайҙар, үҙҙәре унда бара алмағас, көнләшеп, мине саҡ туҡмап ташламанылар.
Байтаҡ йылдар үткәс миңә колхоз һабантуйҙарын үткәрешеүсе булырға тура килде, сөнки дүрт йыл бригадир, 18 йыл өлкән зоотехник булып эшләнем. Йыл һайын ҙур кәүҙәле йә тана, йә йәш һыйыр һуйып, итте һәр ауылға һәр бер еренән сабып бүлеп биреү йөкмәтелде. Үлсәп, кеше һанына ҡарап, Ҡыпсаҡҡа, Килдеғолға, һарғаяға, Бәләкәй Ҡыпсаҡҡа бүлә инек. Колхоз етәксеһе Әлибаков Таштимер ағай: “Һеҙ, егеттәр, һабантуйға байрамға бармайһығыҙ, һеҙ эшкә бараһығыҙ, һабантуйҙы яҡшы итеп үткәреү һеҙҙән тора”, - ти торғайны. Ә иртәгеһенә, дүшәмбе көн, беҙгә ял бирә ине.
Ваҡыт тигән аяуһыҙ нәмә беҙҙе ошо ваҡиғаларҙан һаман да алыҫлаштыра барһа ла, беҙ уларҙы онота алмайбыҙ, һәр ваҡыт иҫкә төшә.
Хәҙер колхоздар ҙа, колхоз һабантуйҙары ла юҡ, ә ваҡ байрамдар үтә лә күбәйеп китте. Шағараҡ ҡороу өсөн ниндәй генә һылтау тапмайҙар. Байрамдар ҙа кәрәк, әлбиттә. Ләкин теләһә ниндәй һылтау табып ойошторолғандары күбәйҙе. Ә бит, ағай-эне, заман ҡатмарлы ғына. Әҙерәк уйланырға кәрәктер. Дүртенсе йыл йүнле йоҡо, йылы аш күрмәй йөрөгән егеттәр бар... Буш кеше күп, эшләргә кеше юҡ. Ниндәй заман килде, йәмәғәт.
...Ҡайһы берҙә Мораҙымға барғылайым, бик һирәк, әлбиттә. Элекке һабантуй үткән ялан юҡ, уның саңы әйләнеп ята. Нисә ауыл халҡы байрам иткән урында бөгөн бер кешегә ултырып сәй эсергә лә урын юҡ. Бары хәтер генә ҡалды...
Фәтих Сәйфетдинов,
Әбделмәмбәт ауылы.