Йәмғиәт
12 Август 2025, 05:05

Халыҡ район етәксеһенә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итте?

Дүшәмбелә район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

Халыҡ район етәксеһенә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итте?Халыҡ район етәксеһенә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итте?
Халыҡ район етәксеһенә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итте?

Дүшәмбелә район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

-Ер буйынса һорау, пенсионер кешенең өйөнә ремонт үткәреүҙә ярҙам итеү, социаль хеҙмәт ярҙамы эшмәкәрлеге, эшкә урынлашыу, Иҫке Собханғолда Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпергә менгән ерҙе ремонтлауға бәйле һорауҙар ҡаралды. Күпергә капиталь ремонт яһауға килгәндә, күпер республика Юл хужалығы идаралығы балансында тора. Күпергә капиталь ремонт үткәреүҙе һорап хат әҙерләйбеҙ.
Һәр һорау ентекле өйрәнелеп, аңлатмалар бирелде. Шулай уҡ ҡайһы бер мәсьәләләрҙе һәр яҡлап өйрәнеүгә урынбаҫарҙар, белгестәр йәлеп ителде, - тип хәбәр итә район етәксеһе социаль селтәрҙә.
Р. Абдуллин граждандарҙы һәр дүшәмбе 14.00 сәғәттән ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 3-52-40.

Халыҡ район етәксеһенә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итте?
Халыҡ район етәксеһенә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итте?
Халыҡ район етәксеһенә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итте?
Автор:
Читайте нас