

“Шүлгән-Таш” музейында«AY YOLA» төркөмө вәкилдәре Руслан Шәйхетдинов (Руслан Север) менән Ринат Рамазанов булып киткән. Улар үҙҙәре менән Өфө видеоблогеры Сергей Баклыковты ла алған.
Ҡунаҡтар музейҙы һәм уның экспозицияларын ҡарағандан һуң, был урынды күрмәйенсә, Башҡортостан менән танышыу мөмкин түгел, тигән фекер белдергәндәр.
-Музейға тәүгә килдем. Быға тиклем ниңә килмәгәнлегемде һаман аңлай алмайым. Был иҫ китмәле урын. Ул башҡорт халҡының хазинаһы “Урал батыр” эпосы һәм фән күҙлегенән тәрән төшөнсәләр хаҡында заманса тел менән һөйләгән урын.
Бында эпоста һүрәтләнгән әйберҙәрҙе табырға мөмкин. Тәбиғәт иҫ китмәле. Башҡортостанды күргегеҙ килә икән, һеҙ мотлаҡ бында килергә тейешһегеҙ һәм һеҙ был ниндәй төбәк, башҡорттар кемдәр икәнен шунда уҡ аңлаясаҡһығыҙ, - тип төркөмдөң музыкаль продюсеры Руслан Север үҙенең тәьҫораттары менән бүлешкән.
Видеоблогер Сергей Баклыков мәмерйәгә сәфәрен һәм музейға экскурсияһын үҙенең All of Russia / Baklykov. Live тигән инглиз телле каналы өсөн төшөргән. Унда 95 мең кеше теркәлгән. Ә роликтарҙы дөйөм ҡараусылар һаны 8 миллиондан артығыраҡ.
Блогер мәмерйәлә бер нисә тапҡыр булыуын, ә музейҙы тәүгә күреүен билдәләгән.
-Рәсәйҙең 150 ҡалаһында булғандан һуң, шуны әйтә алам: һеҙҙең музей – бик юғары кимәлдә. Барыһы ла бик сифатлы итеп эшләнгән һәм яҡшы тәҡдим ителә, мин мәмерйә һәм уның һүрәттәре хаҡында тәүге тапҡыр тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булдым, - тигән блогер.
Ринат Рамазанов “Урал батыр” эпосына бағышланған киңлектең ҙурлығына хайран ҡалған:
-Эпос бында бик тәрән асыла. Тәүтормоштан алып бөгөнгә тиклем донъя нисек үҫешкәнен яҡшы аңларға була.
“Башинформ”дан.