Йәмғиәт
6 Август 2025, 06:10

Биш бала юл фажиғәһендә зыян күргән

Рулдәге әсә алты баланы һәләк итә яҙған. Уларҙың иң бәләкәйенә – 2 йәш.

Биш бала юл фажиғәһендә зыян күргәнБиш бала юл фажиғәһендә зыян күргән
Биш бала юл фажиғәһендә зыян күргән

Авария Ғафури районында булған.

Еңел машина Аҡташ ауылына боролғанда юл ситенә сығып осҡан. Рулдәге әсә алты баланы һәләк итә яҙған. Уларҙың иң бәләкәйенә – 2 йәш.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, водитель медицина ярҙамынан баш тартҡан. Биш бала Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған. Улар араһында ауыр пациенттар юҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе ведомство етәксеһе. Балалар табиптар күҙәтеүендә.

“Башинформ”дан.

Фото:Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас