Йәмғиәт
5 Август 2025, 04:20

Наилә беренсе урын яулаған!

2 августа Татарстандың Алабуға ҡалаһында традицион уҡтан атыу буйынса IV Бөтә Рәсәй кимәлендә "Туған батыр" исемле турнир уҙҙы. Был турнирҙа төрлө өлкәләрҙән 100-ҙән ашыу уҡсы ҡатнашҡан.

Наилә беренсе урын яулаған!Наилә беренсе урын яулаған!
Наилә беренсе урын яулаған!

2 августа Татарстандың Алабуға ҡалаһында традицион уҡтан атыу буйынса IV Бөтә Рәсәй кимәлендә "Туған батыр" исемле турнир уҙҙы. Был турнирҙа төрлө өлкәләрҙән 100-ҙән ашыу уҡсы ҡатнашҡан.


-Бөтәһе ете этап үттек:
-"Тиҙ атыш" 30 сек эсендә 25-20 метрҙан атыу;
-“Һыбайлы" - 25-30 метрҙан арт менән боролоп атыу;
-"Һөжүм" - 50-40 секунд эсендә этапты үтеү;
-Фита 50 сәбенә 35 метрҙан тубыҡланып атыу ;
-40 метрҙан Фита 50 сәбенә атыу;
-30 метрҙан ҡаҙаҡ сәбе "Жамбы"ға атыш;
-60-70 метрҙан "Пута" сәбенә атыу этаптары булды.

Ете этаптың һөҙөмтәләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында өс урын да Башҡортостан ҡыҙҙарында:

1-се - Ишкилдина Наилә (Бөрйән районы);
2-се  - Ихсанова Лиана (Учалы районы);
3-сө - Дәүләтова Гүзәлиә (Әбйәлил районы).
5-се - Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы).

Афарин уҡсылар
Ятып ҡалғансы, атып ҡал

Алабуға ҡаласығы был көндө гөрләп торҙо, көн оҙоно концерт барҙы, сауҙа нөктәләре эшләп торҙо, турнирҙы күҙәтеүселәрҙә байтаҡ йыйылдылар, көн оҙоно барған ярыш " һә" тигәнсе үтеп китте, - тип хәбәр итә Наилә Ишкилдина.

Наиләне сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Афарин!

Сығанаҡ: Наилә Ишкилдинаның сәхифәһе.

 

Наилә беренсе урын яулаған!
Наилә беренсе урын яулаған!
Наилә беренсе урын яулаған!
Наилә беренсе урын яулаған!
Наилә беренсе урын яулаған!
Наилә беренсе урын яулаған!
Автор:
Читайте нас