

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин 4 августа сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән эште ойоштороу, алдағы кәңәшмәләрҙә ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһында һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.
-Район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдар дауам итә. Үткән аҙнала рейдтар барышында профилактика төркөмдәре 61 өйҙә булды, 224 гражданға инструкция үткәрҙе. Һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса һәм мутлашыу темаһына ла профилактик әңгәмәләр үткәрелеп тора.
Үткән ял көндәрендә район биләмәһендә 2 бала юғалыу осрағы теркәлгән - улар бесәндән һуң өйҙәренә әйләнеп ҡайтмаған. Һуңынан асыҡланыуынса, балалар урманда аҙашҡан. Уларҙы туғандары таба. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларға иғтибарлыраҡ булығыҙ, үҙҙәрен урманға яңғыҙ ебәрмәгеҙ, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк булып тора. Йәйге осорҙа ҡый үләндәрен сабыуға иғтибар итәбеҙ, сөнки был эстетика мәсьәләһе генә түгел, ә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөһим сара ла.
Алдағы кәңәшмәләрҙә ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы йөкләмәләрҙән "Баҙал" биҫтәһенә менгән йәйәүлеләр өсөн юлдың бордюрҙары эшләнде.
Ҡурғашлы ауылын һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә - һыу экспертизаға ебәрелгән. Һынау үткәрәлеп, колонкаларға һыу килеүе тикшерелде. Һыуҙы ебәреү өсөн экспертиза һөҙөмтәләрен көтәбеҙ.
“Кире бәйләнеш платформаһы” аша, социаль селтәрҙәрҙәге район хакимиәтенең рәсми төркөмдәренә килгән һорауҙарҙың үтәлеше ҡаралып, тейешле күрһәтмәләр бирелде.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә үҙенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә Рәмил Миңлеәхмәт улы.
Сығанаҡ: Р. Абдуллин.