

-Инициативалы ғилми-тикшеренеү проекты, юлға асфальт түшәү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны эшкә урынлаштырыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, күп балалы ғаилә өсөн ер участкаһы биреү кеүек һорауҙарға бәйле мөрәжәғәттәр ҡаралды.
Ҡабул итеү барышында проблеманы тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында төрлө өлкәләрҙәге белгестәр йәлеп ителә. Был мәсьәләне һәр яҡлап ҡарарға һәм уны һөҙөмтәле хәл итеү юлын табырға мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһының 103-сө юл эксплуатация предприятиеһы вәкилдәре менән осрашып, артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләштек, - ти район етәксеһе Рәмил Миңлеәхмәт улы.
Сығанаҡ: