+28 °С
Болотло


2026 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) 20,7 процентҡа арта һәм 27 093 һум тәшкил итәсәк. Был турала хеҙмәт министры Ленара Иванова хәбәр итте.
“Урал коэффициенты менән бергә 31 156 һум 95 тин буласаҡ”, тип белдерә министр.
Әлеге ваҡытта МРОТ 22 440 һум. Ул 4,6 миллион рәсәйлегә ҡағыла. Башҡортостанда МРОТ әлеге мәлдә, район коэффициентын (15 процент) ҡушып, 25 806 һум.
2000 йылдан алып МРОТ 26 тапҡыр арттырылған.
"Башинформ"дан.