

Район хакимиәте структураһында кадрҙар үҙгәреше булды. Тәғәйен алғанда, 5 вазифала – яңы кешеләр.
Район Хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Ҡолһарин Айҙар Зәйләғи улы тәғәйенләнде.
Иҡтисад бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Хәйбуллина Зөһрә Әмир ҡыҙы тәғәйенләнде.
Капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Ҡасҡынбаев Илһам Барый улы тәғәйенләнде.
Мәғлүмәт-аналитика эше буйынса сектор мөдире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Айҙарбәкова Әлмира Марат ҡыҙы тәғәйенләнде.
"Урал" физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Ҡотлобаев Дим Иҙел улы тәғәйенләнде.
Яңы башланғыстарында уңыштар юлдаш булһын!