Йәмғиәт
28 Июль 2025, 12:35

Көн ҡаҙағында – район көнитмеше

Бөгөн район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Көн ҡаҙағында – район көнитмешеКөн ҡаҙағында – район көнитмеше
Көн ҡаҙағында – район көнитмеше

Бөгөн район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин район ойошмалары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе.

-Райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл буйынса сығыштар тыңланыҡ. Дөйөм алғанда, районда хәл тотороҡло килә. Район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдар дауам итә. Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, көнкүрештә, һыу объекттарында, урманда хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡырам.

Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре, “Таҙалыҡ көндәре” экологик акция барышы буйынса һорауҙар ҡаралды. Аҙна һайын барған таҙалыҡ акцияһы район үҙәгендә генә тугел, барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтергә тейеш. Райондың һәр кешеһе үҙ йорт яны биләмәһен даими таҙалыҡта һәм тәртиптә тотһа ғына, ауылдар матур, төҙөк була, дөйөм эш кенә яҡшы һөҙөмтә бирә.

Армия хеҙмәтенә яҙғы саҡырылыш кампанияһы үтәлешенә йомғаҡ яһалды. Райондан 50 егет сроклы хәрби хеҙмәткә алынды. 49 егете һаулығы, уҡыу йә ғаилә сәбәптәре буйынса комиссия тарафынан хәрби хеҙмәттән кисектерелде. Шул уҡ ваҡытта саҡырылышты бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырған призывниктарыбыҙ байтаҡ Был етди мәсьәлә, ул административ һәм хатта енәйәт яуаплылығына килтереүе ихтимал. Егеттәргә ил алдындағы бурыстарын үтәүгә яуаплы ҡарау мотлаҡ, тип һанайым.

Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт" мобиль ҡушымтаһы менән әүҙем файҙалана башланы. Сервистың иң популяр бүлектәре - торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы түләү һәм иҫәпләү күрһәткестәрен тапшырыу. Ҡушымтаның ҙур өҫтөнлөгө - коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ түләү мөмкинлеге. Район халҡын да ҡушымтаһы менән әүҙем ҡулланырға саҡырам. Айырым теркәлеү талап ителмәй, инеү дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Ҡушымтаны ошо һылтанма аша күсереп алырға мөмкин redirect.appmetrica.yandex.com/serve/3159... – тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Көн ҡаҙағында – район көнитмеше
Көн ҡаҙағында – район көнитмеше
Көн ҡаҙағында – район көнитмеше
Көн ҡаҙағында – район көнитмеше
Көн ҡаҙағында – район көнитмеше
Көн ҡаҙағында – район көнитмеше
Автор:
Читайте нас