Йәмғиәт
28 Июль 2025, 03:50

26 июлдән ниндәй юл ҡағиҙәләре үҙгәрҙе?

26 июлдә Рәсәй Хөкүмәтенең махсус сигнал биреүсе техникаға юлда өҫтөнлөк биреү тураһындағы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында ҡарары үҙ көсөнә инде.

26 июлдән ниндәй юл ҡағиҙәләре үҙгәрҙе?26 июлдән ниндәй юл ҡағиҙәләре үҙгәрҙе?
26 июлдән ниндәй юл ҡағиҙәләре үҙгәрҙе?

26 июлдә Рәсәй Хөкүмәтенең махсус сигнал биреүсе техникаға юлда өҫтөнлөк биреү тураһындағы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында ҡарары үҙ көсөнә инде.

Ошо көндән руль артындағылар тиҙ медицина ярҙамы, янғын һүндереү йәки полиция автомобилдәренә генә түгел, маяҡ уттары ҡабыҙылған (с включенными проблесковыми маячками) һәм тауыш сигналы биреп килеүсе автомобилдәргә лә юл һыҙатын азат итергә тейеш. Водителдәр йә күрше һыҙатҡа күсергә йәки юл ситенә сығып туҡтап торорға бурыслы.

18 июлдән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген был төрөн боҙоусыларға 10 000 һум штраф янай.

Сығанаҡ: Яңылыҡтар.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас