

Был ваҡиға 90-сы йылдарҙа булды. Мәктәп йылдарынан бирле күрешмәгән әхирәтем ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уның ауылына автобуста барып еттем, остановкала төштөм.Сумкамды ҡараһам, блокнот юҡ, адресы шунда яҙылған ине.
Остановкала бер инәйҙән һораным. “Беләм, минең күршем бит ул. Әйҙә, өйөнә тиклем оҙатып ҡуяйым. Улым килергә тейеш ине, ниңәлер юҡ бит. Барыбер бер ҡайҙа ҡабаланмайым”, тип алып китте.
Яйлап, ихласлап һөйләшеп барып еттек.Әхирәтемдең ҡапҡаһын күрһәткәс, әкрен генә үҙенә инеп китте.
Әхирәтем ҡаршы алды, сәскәләрен, мунсаһын, усаҡлығын күрһәтте. Сәй эсергә ултырғас, күршең алып килде, тигәйнем, аптырауға ҡалды, ниндәй күрше, тип. Рәйсә булам. тине, очкилы, һоро сәсле, күк төҫтә кофта кейгән рауза сәскәләре менән, тинем.
-Ыста, өс йыл инде ул мәрхүмә бит, ғүмер буйы улы өсөн йәшәне, тырышты. Уҡытты, кеше итте. Үҙен уйламаны, кейәүгә лә сыҡманы. Теләһе ниндәй ир баламды рәнйетер йә туҡмар, тип ҡурҡты. Улы өйләнде лә, әсәһенә килмәй башланы, ә ул барыбер көттө. Суббота етһә остановкаға барып көтөп ултырыр ине. - тип һөйләне.
Бына бит әсә йөрәге... Һаман көтә, күрәһең, ҡәберҙә булһа ла. Бәлки, хәйер һорайҙыр, тип мәсеткә инеп, аяттар уҡыттыҡ.
Сығанаҡ: Сәйер донъя.