Йәмғиәт
21 Июль 2025, 09:55

Ҡыяр менән “Ҡышҡы әкиәт” салаты

Ҡыярҙарығыҙ түтәлдә тәгәрәшеп ятамы, әхирәттәр? Ҡайҙа итергә белмәй башығыҙ ҡаңғырһа, бына һеҙгә бер еңел генә салат ысулы! Кәрәк була: 2 кило помидор, 7 бөртөк татлы борос (болгар боросо), 200 грамм һарымһаҡ, 2 кило ҡыяр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 грамм шәкәр, 80 миллиграмм аш һеркәһе, 150 грамм үҫемлек майы.

Ҡыяр менән “Ҡышҡы әкиәт” салатыҠыяр менән “Ҡышҡы әкиәт” салаты
Ҡыяр менән “Ҡышҡы әкиәт” салаты

Ҡыярҙарығыҙ түтәлдә тәгәрәшеп ятамы, әхирәттәр? Ҡайҙа итергә белмәй башығыҙ ҡаңғырһа, бына һеҙгә бер еңел генә салат ысулы!

Кәрәк була: 2 кило помидор, 7 бөртөк татлы борос (болгар боросо), 200 грамм һарымһаҡ, 2 кило ҡыяр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 грамм шәкәр, 80 миллиграмм аш һеркәһе, 150 грамм үҫемлек майы.

Помидорҙы, боросто һәм һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шуға тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе, үҫемлек майы өҫтәп, 10 минут ҡайнатабыҙ.

Ҡыярҙарҙы ярым ай итеп турайбыҙ һәм баяғы кәстрүлдәге (бәлки, табаҡтағы) масса өҫтөнә һалабыҙ. Барыһын бергә 4-5 минут ҡайнатабыҙ.

Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡаслайбыҙ һәм баштүбән түңкәреп сығабыҙ ҙа тулыһынса һыуынып бөткәнгә тиклем одеялға төрөп ҡуябыҙ.

Яҡынса 4 литр масса килеп сыға.

Салат яҡшы һаҡлана һәм бик тәмле була.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас