Йәмғиәт
21 Июль 2025, 03:55

11 кешене йылан саҡҡан

Быйыл ихата-ҡуралары тирәһендә йылан күреүселәр ҙә байтаҡ. Ҡыш йылы булғас, йыландар күп, ти ололар.

11 кешене йылан саҡҡан11 кешене йылан саҡҡан
11 кешене йылан саҡҡан

Йыл башынан Система-112 саҡырыуҙарҙы эшкәртеү Үҙәгенә граждандарҙан йыландарға бәйле 60 мөрәжәғәт теркәлгән.

Быйыл 11 кешене йылан саҡҡан. Шул иҫәптән беҙҙең Бөрйән районында ла еләк йыйып йөрөүсе ҡатын-ҡыҙ йылан сағыуға дусар булған.

Йыландарҙы республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында ла осратырға мөмкин. Быйыл ихата-ҡуралары тирәһендә йылан күреүселәр ҙә байтаҡ.

Ҡыш йылы булғас, быйыл йыландар күп, ти ололар.

Йыланға тап булған осраҡта үҙеңде нисек тоторға?

Түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тотоғоҙ:

-Йыланға ҡамасаулыҡ итергә тырышмағыҙ, уға яҡынламағыҙ – йылан үҙен һаҡлау маҡсатында тешләй;

-Әгәр ҡапыл йылан эргәһенә барып сыҡһағыҙ, туҡтап ҡалығыҙ. Күп осраҡта йылан үҙе ситкә шыуышып китә;

-Әгәр йылан үҙен агрессив тотһа (ыҫылдай, шыйылдай, түңәрәккә төрөлә һәм һеҙҙең яҡҡа әйләнеү хәрәкәттәре яһай икән), яйлап ҡына артҡа китегеҙ, ләкин уға арҡағыҙ менән әйләнмәгеҙ, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ;

-Тәбиғәткә сыҡҡанда ҡалын табанлы бейек аяҡ кейеме кейергә тырышығыҙ.

Һаҡ булығыҙ!

Экстрен хәл килеп тыуһа, 112 һандары буйынса махсус хеҙмәттәргә шылтыратығыҙ!

11 кешене йылан саҡҡан
11 кешене йылан саҡҡан
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас