

Барһаҡ, автобус буш. Ҡараһаҡ, “Сбербанк”тан водитель сығып килә. Танышҡас, уның Александр Куряченков икәнен белдек. Баҡтиһәң, ул хоккейсыларҙы түгел, ә уларҙың туғандарын, балаларын, клубтың техник хеҙмәткәрҙәрен ял итергә алып килгән икән.
-40-ҡа яҡын кешене Мәндәғолда ҡалдырҙым да, хәҙер ике көн буйы ҡайҙа йәшәп торормон тип ҡаңғырам. Интернетта эҙләп ҡараным, тапманым, “Юлбарс”та урын юҡ, тинеләр. Автобуста йоҡларғамы инде, - ти хафаланыуы йөҙөнә сыҡҡан водитель.
Беҙ инде ярҙамсыллығыбыҙға барып, ҡуртымға өй биреүселәрҙе һораша башланыҡ. Йәй миҙгелендә районға кеше күп килә шул, уларҙың күбеһе бер нисә тәүлеккә яҡшы тороштағы, уңайлыҡтары булған фатир эҙләй. Шулай ҙа тәүҙә ҡунаҡханаға барып килергә булдыҡ.
-Беҙ Бөрйәнгә йыш киләбеҙ ул. Шул хәтлем матур һеҙҙең яҡтар! Хоккейсыларҙың яңы ғына, аэропорт араһында ғына йөрөй автобустары ла бар. Улым да клубта хоккей уйнай. Кисә генә 17 йәше тулды. Тиҙҙән Канадаға чемпионатҡа баралар. Бая барып туҡтауым булды оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ яныма килде лә хоккейсылар тураһында һораша башланы. “Мин фанат. Ярыштарҙы ҡарар өсөн Өфөгә йөрөйөм”, тип мине аптыратты әле,- тип ихлас хәбәрен теҙҙе Александр.
Теге елле автобусҡа ултырып барыуҙан әллә ниндәй ҙур ҡыуаныс табып ҡунаҡханаға барып туҡтаныҡ. Һөйләштек һәм, ниһайәт, водителебеҙгә бер урын табылды... Ҡыуанысынан водителебеҙ: “Фанаттарҙы йыйып килтерә алһағыҙ, бөгөн автобуста йөрөтә алам”, тип әйтеп һалды хатта.