Йәмғиәт
16 Июль 2025, 11:15

Эшле булғың килһә...

Был программаны уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн район мәшғүллек үҙәге төрлө эш биреүселәр менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, Билалова Оксана Салауат ҡыҙы, шәхси эшҡыуар булараҡ, үҙен “Wildberries” сауҙа нөктәһенә бәлиғ булмаған ике ҡыҙҙы курьер итеп эшкә урынлаштырҙы.

Эшле булғың килһә...Эшле булғың килһә...
Эшле булғың килһә...

14 йәштән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған граждандарҙы уҡыуҙан азат ваҡыттарында ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе иҫәпләнә: был бәлиғ булмағандарҙың эшкә өйрәнеүенә, эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә һөнәри  тәжрибә туплауға булышлыҡ итә, бәлиғ булмағандарҙың характеры формалашыуға ыңғай йоғонто яһай. Уларҙың буласаҡ һөнәрҙәрен һайлауы, бынан тыш, үҫмерҙәргә буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтенән дә ҙур роль уйнай.

Эш биреүсе, һөҙөмтәлә, квалификация талап ителмәгән эштәрҙе башҡарыу өсөн өҫтәмә эшсе ҡулдарға эйә була, шулай уҡ бер үк ваҡытта йәш эшсенең мөмкинлектәрен баһалай – тырыштар киләсәктә уның коллективының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып китеүе лә мөмкин.

Был программаны уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн район мәшғүллек үҙәге төрлө эш биреүселәр менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, Билалова Оксана Салауат ҡыҙы, шәхси эшҡыуар булараҡ, үҙен “Wildberries” сауҙа нөктәһенә бәлиғ булмаған ике ҡыҙҙы курьер итеп эшкә урынлаштырҙы.

Ҡыҙҙар унда клиенттар менән нисек эшләргә өйрәнә. Әйтәйек, клиенттар менән матур мөғәләмә итергә, тауар алыусының мәғлүмәттәре менән эшләргә, шулай уҡ компьютерҙа әүҙем эшләргә өйрәнәләр.

Шәхси эшҡыуар Мырҙағолова Илзидә Ишмырҙа ҡыҙы өс бәлиғ булмаған ҡыҙҙы кулинар ярҙамсыһы итеп эшкә алды. Был һөнәр – тәмле ҡамыр ризыҡтары әҙерләргә өйрәнеү ҡыҙҙар өсөн ғүмер буйы кәрәк буласаҡ.

“Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативы ла йыл һайын ҡыҙҙарҙы эшкә алырға әҙер. Бында үҫмерҙәр төрлө эштәр башҡарыу һәм аш-һыу әҙерләү цехында ярҙам итеү мөмкинлегендә аҡса эшләй ала. Быйыл ике ҡыҙ тап шулай итә лә инде.

Бер үҫмер директоры Кәримов Вилдан Рауил улы булған “СтройДвор”ЯСЙ-һына эшкә урынлашты.

Урындағы ҡаҙнанан бәлиғ булмаған граждандарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн 2025 йылда 100 мең һум аҡса бүленде. Был аҡсаға 97 бала төрлө эштәр башҡарыусы итеп эшкә урынлаштырылды. Балалар мәктәп яны биләмәләрендә эшләне. Бөтә был балаларҙың хеҙмәте рәсми рәүештә документлаштырылды һәм улар үҙҙәренең эше өсөн эш хаҡы алды.

Бөрйән районы буйынса мәшғүллек үҙәге хеҙмәттәшлек иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерә. Бәлиғ булмағандарҙы эшкә урынлаштырырға теләүселәр киләсәктә тағы ла артыр тип ышанабыҙ.

Н. Ишкилдина, Бөрйән районы

буйынса мәшғүллек үҙәге етәксеһе.

Эшле булғың килһә...
Эшле булғың килһә...
Эшле булғың килһә...
Эшле булғың килһә...
Эшле булғың килһә...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас