

Нижневартовск ҡалаһында эшләп килгән башҡорт ойошмаһында ошо ҡыҙҙың айырылып тороуына күптән иғтибар иткәйнем.
Зифа буйлы, бейек кәүҙәле, ҙур күҙле - беҙҙең милләткә оҡшамаған һымаҡ.
Әммә яңылышҡанмын. Роза Сатвалова - үҙебеҙҙең башҡортобоҙ, Бөрйән һылыуы булып сыҡты.
2022 йылда ул Нижневартовск ҡалаһындағы «Югра башҡорттары» тип аталған төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһының рәйесе итеп һайланды.
Бөгөн ойошма ни менән шөғөлләнә, ниндәй кәртәләргә осрай, халыҡ менән нисек эшләй? Роза һылыуға мин ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем.
- Роза Мәжит ҡыҙы, башта ауылығыҙ, тыуып-үҫкән ғаиләгеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
- Мин Бөрйән районының Нәби ауылында Мәжит һәм Шәмсиә Хисмәтуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Ғаиләлә өс бала үҫтек, Фәрит ағайым ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһында, һеңлем Раушания Белорет ҡалаһында йәшәй. Атайым менән әсәйем ауылда мал аҫрап, баҡса үҫтереп көн итәләр. Минең балаларым йәй һайын ауылға ҡайтып, каникулдарын шунда үткәрә. Әсәйем мәктәптә уҡытыусы, завуч, директор булып эшләне, аҙаҡ ауыл советы рәйесе булды. Үҙем дә хеҙмәт юлын шул мәктәптә башланым. Әсәйемдең юлынан китеп, тарих уҡытыусыһы булып эшләнем, бер йыл завуч булып та эшләп өлгөрҙөм. Шул уҡ ауыл егетенә кейәүгә сыҡтым. Иптәшем вахта менән Себер яҡтарына эшкә китте, шунан ғаиләбеҙ менән Баймаҡ ҡалаһына күстек.
- Нижневартовск ҡалаһына ҡасан килдегеҙ?
-Иптәшем ун йыл тирәһе Себерҙә вахта менән эшләп йөрөнө. Атай кеше ситтә йөрөй, балалар уны һирәк күрә, тип 2017 йылда
беҙ ғаилә менән Себергә күсеп китергә ҡарар иттек. Иптәшемде Нижневартовскиҙағы таныштары эшкә саҡырғайны. Икәүләп берәр сумка тотоп сығып киттек.
Килеп еткәс, вокзалда, инде ни эшләргә, ҡайҙа барырға, тип аптырап ултыра торғас, «гостевой дом» тигән белдереү күреп ҡалдык. Шул ҡунаҡ йорттарының береһенә барып урынлашҡас, иртәгәһенә үк иптәшемде килеп алдылар. «Иртәгә ятҡылыҡҡа (месторождениеға) эшкә китәһең»,- тип әйтеп ҡайтарғандар.
Ул миңә ҡунаҡхана урынлашҡан, Ленин урамына барып тоташҡан Жуков урамын, бер магазинды ғына күрһәтте лә: «Дубль гис ярҙамында ҡала буйлап йөрөп була»,- тине. Ул эшкә сығып киткәс, мин ҡунаҡханала яңғыҙым тороп ҡалдым.
ВКонтакте селтәре аша «ҡуртымға бүлмә бирәм» тигән иғлан табып, белешеп, башҡорт апайына барып эләктем. Ваҡытлыса магазинға эшкә урынлаштым. Ә көҙгөлөк ике бәләкәй балабыҙҙы алып килеп, балалар баҡсаһына урынлаштырҙыҡ. Үҙем һөнәрем буйынса эшкә индем.
- Ҡасан, нисек милли ойошмаға йөрөй башланығыҙ? Нимә этәргес булды? Кем саҡырҙы, алып килде?
- Нижневартовск ҡалаһында бер танышым да юҡ, ә башҡортса һөйләшке, аралашҡы килә ине. Шунлыҡтан ВКонтакте социаль селтәрендә башҡорт берекмәләрен эҙләй башланым. «Концерт була» тигән иғланды күреп ҡалдым, барып ҡараным. Концерттарҙа һәм башҡа сараларҙа яйлап башҡорттар менән таныша башланым. 2018 йылдың көҙөндә башҡорт ойошмаһының яңы кешеләрҙе йыйылышҡа саҡырып яҙған иғланын күреп ҡалдым. Шул көндән башлап башҡортса аралашыу өсөн үҙем эҙләп тапҡан, рәхәтләнеп үҙебеҙсә һөйләшеү мөмкинлеге биргән ойошма минең икенсе ғаиләмә әйләнде.
Башта бейеүгә йөрөнөм, фольклор коллективы менән йырлап, концерттарҙа ҡатнаштым.
Бер аҙҙан элекке ойошма рәйесе Кинйәбаев Илфат Әмир улы төрлө осрашыуҙарға үҙенең урынына мине ебәрә башланы. Шулай итеп эшкә ылығып киттем.
- Үҙегеҙ етәксе булғас, эште нимәнән башлап ебәрҙегеҙ?
-Мин ойошмаға килгәндә уның эше яйға һалынған ине инде. Бая әйтеп үткәнсә, бейеү ансамбле, фольклор коллективы эшләй ине. Яйға һалынған эште дауам итеүе ҡыйын булманы. Үҙем етәксе булғас, ойошмаға яңы кешеләрҙе йәлеп итеү өҫтөндә эшләнем.
- Ойошманың маҡсаты, миссияһы ниндәй?
-Ойошманың төп маҡсаты - Башҡортостан-дан ситтә йәшәгән башҡорттарҙы берләштереү, ойошма эшенә йәлеп итеү. Ҡала кимәлендә башҡорттарҙы күрһәтеү, мәҙәниәтте күтәреү. Киләһе быуынға милләттең телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәтеү.
Телебеҙҙе онотоуға юл ҡуймау.
- Ниндәй проект йәки программа айырыуса уңышлы булды тип иҫәпләйһегеҙ?
- Үҙем эшләй башлағандан алып иң уңышлы проекттарҙың береһе - башҡорт телен өйрәнеү түңәрәге асыу, тип иҫәпләйем.
Ишетеүемсә, быға тиклем дә ул мәсьәлә күтәрелгән, башҡорт телен өйрәнеү класы булған. Ни сәбәп менәндер ул эш туҡтап ҡалған. Беҙ балаларҙы йыйып, башҡорт телен өйрәтеү эшен яңынан тергеҙҙек. Был идеяның тормошҡа ашыуында бигерәк тә әлеге ваҡытта дәрестәр алып барыусы Ләйсән Сапрыгинаның роле ҙур. Ләйсән Наил ҡыҙының дәрте, теләге булмаһа, был эш килеп сыҡмаҫ ине. Башта беҙ Башҡортостан Республикаһы етәксеһенең гранты буйынса эшләнек. Әле лә дауам итәбеҙ.
Балалар ҡалала рус мөхитендә үҫә, тиҫтерҙәре менән русса аралаша.Шуға ла уларҙы йыйып, башҡорт балалары менән таныштырыу, башҡортса һөйләшеү урыны булдырыу уйы менән тотондом ошо проектҡа. Әйткәндәй, балаларым менән гел башҡортса һөйләшәм, үҙ телебеҙҙәге конкурстарҙа ҡатнашыуға йәлеп итәм.
- Ҡала халҡы башҡорт милләте, ойошмаһы тураһында белә, тип әйтергә булалыр. Был турала мәғлүмәтте киңәйтеү, ойошманың репутацияһын нығытыу өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?
-Ҡала, округ кимәлендә үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Шуларҙың береһе - 2024 йылда Рәсәй халыҡтарының этнокультура төрлөлөгөнә булышлыҡ итеү өсөн ойошторолған «Беҙ бергә» тигән конкурс-фестиваль булды.
Унда беҙҙең һәүәҫкәрҙәр өс номинацияла еңде. Һабантуй, Халыҡтар дуҫлығы байрамдарында ла үҙебеҙҙе күрһәтергә тырышабыҙ. Беҙҙең сығыштар кешеләрҙе йәлеп итә, ә тирмәнән халыҡ өҙөлмәй.
2024 йылда мин, рәйес булараҡ, ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге координацион советта үҙебеҙҙең ойошма, уның эшмәкәрлеге һәм маҡсаты тураһында һөйләнем.
Ә быйыл Ханты-Манси округы губернаторы эргәһендәге координацион советта сығыш яһаным. Был беҙҙең ойошма тураһында мәғлүмәтте тағы ла тулыландырыуға булышлыҡ иткәндер тип ышанам.
- Башҡа милли ойошмалар менән берҙәм, татыу эшләйбеҙ тип әйтә алаһығыҙмы?
-Башҡа милли ойошмалар үткәргән сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Улар беҙҙе концерт номерҙары менән сығыш яһарға саҡыралар. Һәр көҙ һайын урыҫ йәмғиәте үткәргән йәрминкәләрҙә ҡатнашабыҙ. Төрлө милләт ойошмалары үткәргән «Дуҫлыҡ ҡоро» («Хоровод дружбы») фестивалендә һәр саҡ сығыш яһайбыҙ. Улар беҙҙең башҡорт мәҙәниәте көнөнә киләләр. Бөтә милләттәр менән дә дуҫтарса килешеп йәшәйбеҙ.
- Башҡортостан менән мөнәсәбәттәр нисек? Ниндәй ярҙамға өмөт бағлайһығыҙ?
-Башҡортостан менән мөнәсәбәттәр бик яҡшы, бәйләнештәр тығыҙ. Йыл һайын үткәрелгән Һабантуйға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы артистар ебәрә. Мәғариф министрлығы ла ярҙам итә. Мәҫәлән, улар аша үҙебеҙҙең телдәге китаптар алдырырға була.Ҡоролтайҙа сит төбәктәге милләт ойошмалары менән эш иткән бүлек бар.
Уларға ниндәй ҙә булһа үҙеңде борсоған һорау менән мөрәжәғәт итергә була. Матур итеп һөйләшеп, кәңәштәрен биреп, тағы ла дәртләнеп эшләргә ҡанатландырып ебәрәләр. Башҡортостандан килеп, йыр, бейеү, уҡтан атыу, ҡурайҙа уйнау буйынса мастер-кластар үткәрәләр.
Бейеүсе, балетмейстер, режиссёр-ҡуйыусы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы Рәйес Низаметдинов та булды беҙҙә. Шулай уҡ Башҡортостандағы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булған Сорғот башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәге менән берлектә эшләйбеҙ. Күреп тораһығыҙ, беҙ яңғыҙ түгел.
- Йәмәғәт ойошмаһында ла матди проблемалар булыуы мөмкин. Спонсорҙар йәлеп итеү тураһында нимә әйтерһегеҙ?
-Был сетерекле һорау. Спонсор эҙләү, табыу ул ҙур ғына мәсьәлә беҙҙең өсөн. Бәхеткә күрә, һуңғы арала беҙҙең ҡурсалаусылар барлыҡҡа килде. «ЭлектроТех» магазины хужаһы Байдәүләтов Морат Булат улы үҙенең магазинынан бүлмә бирҙе. Унда офис астыҡ. ООО «Гражданпроектстрой» фирмаһы директоры Бәҙретдинова Кәримә Сабир ҡыҙы ла төрлө саралар үткәргәндә матди яҡтан ярҙам итеп тора. Күп ваҡыт аҡсаны үҙебеҙ (ойошма ағзалары) йыябыҙ.
-Төркөмдөң эшмәкәрлегендә тағы ниндәй кәртәләр бар?
-Ойошманы үҫтереүгә ҡамасаулаусы ауырлыҡтарҙың береһе - ҡалала үҙебеҙҙең бүлмә булмауы. Әлбиттә, Булат Морат улы биргән бүлмә өсөн бик шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Костюмдар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар шунда һаҡлана. Әммә ул ҡаланың ситендә урынлашҡан. Машинаһы булмаған кешегә барыуы ҡыйын. Шуға ла ҡала хакимиәтенә эшләү өсөн урын һорап ғариза яҙҙыҡ, сиратта торабыҙ.
- Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға Һеҙгә, етәксе булараҡ, ниндәй сифаттар ярҙам итә? Үҙеңде ҡулға алыуҙың, бирешмәүҙең бәлки берәй ысулы барҙыр?
-Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға миңә ҡалалағы милләттәштәремдең рухы ярҙам итә. Уларҙың тырышлығын күреп, эшләргә дәртем арта. Быйылғы Һабантуйҙа, Халыҡтар дуҫлығы байрамдарында беҙҙең ойошманы күреп, ҡушылырға теләк белдергән кешеләрҙе осратыу ҡыуандырҙы. Аҙаҡтан миңә бейеү коллективында шөғөлләнергә теләп яҙыусылар ҙа булды.
Башҡортостандан да ярҙам ҡулы һуҙып торалар.
Һуңғы ваҡытта күп кенә маҡтау ҡағыҙҙары алдым. 26 июндә Урай ҡалаһында үткән округ Һабантуйында губернаторҙың рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр. «Округта милләт - ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға һәм мәҙәни диалогты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» тиелә унда. Тырышлығыңды күреүҙәре лә ең һыҙғанып эшләргә көс һәм дәрт бирә.
Ҡайһы ваҡыт: «Был миңә нимәгә кәрәк?» - тигән уйҙар ҙа килеп тыуа, барыһына ла ҡул һелтәге килә.
Тик ойошманы үҫтереү, башҡорттарҙы күтәреү теләге һәм маҡсаты ихтыярымды нығыта, артабан эшләргә стимул булып тора.
- Башҡорт йәштәре ойошмаһының етәксеһе булыу Һеҙҙе нимәһе менән ылыҡтырҙы? Нимәһе менән оҡшай?
-Етәксе булыу теләге юҡ ине миндә. Башҡорт телен өйрәнеү курстарын асып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар клубын ойоштороп, тыныс ҡына эшләп йөрөй алыр инем. Илфат Әмир улы, китәм, тигәс, ойошманың тарҡалыу ҡурҡынысы килеп тыуғас, уны етәкләүҙе үҙемдең ҡулға алырға булдым. Ул ваҡытта ойошма бәләкәй ине, эшләйем тигән, эшләрлек кеше юҡ ине. Әле лә берәй ныҡлы, ышаныслы, янып эшләрлек кеше килеп сыҡһа, үҙемдең урынды биреп, башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырырға тотонор инем.
- Сер булмаһа, киләсәккә пландарығыҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.
-Ойошманы үҫтереү, күберәк кеше йәлеп итеү, милләттең бәҫен арттырыу, спонсорҙар эҙләү, фольклор коллективын ҙурайтыу, тел өйрәнеү курстарын дауам итеү һымаҡ көндәлек эштәрҙән тыш, ҡурайсылар ансамбле булдырыу теләге бар. Киләһе йылдарҙа балаларҙы йыйып, ҡурай уйнарға өйрәтеү - мөһим пландарыбыҙҙың береһе.
Бағыусыбыҙ Морат Булат улының теләге - башҡорт музейын булдырыу. Беҙ был идеяны күтәреп алдыҡ. Яйлап әйберҙәр йыя башланыҡ, фотозона эшләнек. Экспонаттар тулыланыр, музей асылыр тип өмөтләнәбеҙ.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! «Югра башҡорттары» ойошмаһына уңыштар теләйем.
Танылып, йәш быуын вәкилдәре менән тулыланырға, төрлө яҡтан үҫергә насип булһын!
Рәйлә Нурмөхәмәтова (Күлбаева).