Йәмғиәт
15 Июль 2025, 05:10

Төрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙ

Ҡурғашлынан Йәнгүзәл Асҡарова аш-һыу бешерергә ярата икән. Йәйге каникулдарҙа ла улар әсәһе, һеңлеһе менән аш-һыу бүлмәһендә мәж киләләр. Ул үҙҙәре яратып бешергән бәлештең рецебы менән уртаҡлаша. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бешереп ҡарайыҡ...

Төрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙТөрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙ
Төрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙ

Беҙ ялдарҙа әсәйем, һеңлем менән төрлө тәмлекәстәр әҙерләйбеҙ. Иң яратып бешергән ризыҡтарыбыҙҙың береһе – ҙур бәлеш. Рецебы менән бүлешергә булдым. Ҡамыр өсөн 14 ҙур ҡалаҡ ҡайнар һыу, 10 ҡалаҡ көнбағыш майы, 4-5 стакан он, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ майонез, тәменсә тоҙ, ярты стакан һөт кәрәк булыр. Эслеге өсөн: бер йомарлам фарш, 1 баш һуған, 5,6 картуф, тоҙ, борос.

Ҡамырҙы баҫабыҙ ҙа ярты сәғәткә ситкә ҡуйып торабыҙ. Эслегенә картуфты, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ, тоҙ, борос ҡушып бутайбыҙ, унан өҫтөнә фарш һалып, тағын яҡшылап болғайбыҙ. Ул әҙер булғас, ҡамырҙың яртыһын табаға йәйеп, эслеген өҫтөнә һалабыҙ ҙа ҡалған ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Үҙебеҙгә оҡшағанса бәлеште биҙәйбеҙ, өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртәбеҙ.
Мейескә 30-40 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Бешеп сығып саҡ ҡына һыуынғас, табынға ултыртырға ла була.

Йәнгүзәл АСҠАРОВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

"Йәншишмә" гәзитенән.

 

Автор:
Читайте нас