Йәмғиәт
14 Июль 2025, 05:25

Темәш шишмәһен кем кәртәләгән?

Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендәге Арғыҙма һәм Азатлыҡ урамдары яғындағы Темәш шишмәһен бик серле итеп кәртәләп ҡуйғандар. Был турала Әлфиә исемле һылыу бына нимәләр яҙа:

Темәш шишмәһен кем кәртәләгән?Темәш шишмәһен кем кәртәләгән?
Темәш шишмәһен кем кәртәләгән?

Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендәге Арғыҙма һәм Азатлыҡ урамдары яғындағы Темәш шишмәһен бик серле итеп кәртәләп ҡуйғандар. Был турала Әлфиә исемле һылыу бына нимәләр яҙа:

 

-Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Ҡоҙоҡ ҡаҙып, һыу сығарған, уны таҙалап торған кешенең исемен ошо ҡоҙоҡҡа ҡушҡандар, уны ихтирам иткәндәр. Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ байлығы иҫәпләнгән һыу хаҡында халыҡтар эпостарында ла һыуға һаҡсыл ҡараш хаҡында әйтелә. Бөтә төр диндә лә һыу ҡойоноу, йыуыныу ритуалдарҙың айырылып алғыһыҙ бер өлөшө булған. Хатта килен төшөргәндә һыу юлын башлау, йәғни йәш киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһы әлеге көндә лә һаҡланып ҡалған.

 

Шөкөр, районыбыҙ ауылдары һәр ҡайһыһы – ҙурмы-бәләкәйме – йылға буйҙарын төйәк иткән, ә йылғаларҙы иһә күп һанлы шишмәләр тулыландырып ҡына тора. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡтар һыуҙарҙың кимәлен бер аҙ кәметте, хатта ҡайһы бер шишмәләр ҡороу сигендә тип әйтергә лә була.

 

Ауыл халҡы һыу сығанаҡтарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҙур эштәр күрһәтә, йыл да ҡарҙар иреү менән шишмә-йылға буйҙары таҙартыла,

 

Азатлыҡ һәм Арғыҙма урамдарының остарын берләштереп торған Темәш шишмәһенә йөрөгән һайын, эх... тип ҡуя торғас, шишмәнең тирә-йүнен кәртәләп йөрөгәндәрен күреп, эй ҡыуандым. Хатта был изге эште башкарыусыларҙы күреп фотоға төшөрөп алдым.

Улар миңә, был изге эште бер апай спонсировать итә, тинеләр, кем икәнен әйтмәнеләр. Кем булһала сауаптары насип булһын! – тип яҙа Әлфиә Малабаева үҙенең сәхифәһендә.

Ошо изге эште күрә белгән, уның өсөн ҡыуанған Әлфиә һылыуға ла, шишмә тирәһен кәртәләгән ир-атҡа ла, ошо эште ойоштороусы ханынмға ла Раббыбыҙҙың рәхмәте яуһын!

Уң ҡулың биргәнде һул ҡулың күрмәһен, тигән принципта эш итеүсе йәшерен саҙаҡа эйәләренең барыһынан да Хоҙай риза булһын. Таҙа, саф һыулы йылғаларыбыҙҙың мул булыуы өсөн Хоҙайға көнө-төнө рәхмәтле булыу ҙа аҙ. Тамсы таҙа һыуға зар булып йәшәгәндәрҙе онотмайыҡ, һыуҙарыбыҙҙы бысыратмайыҡ, һаҡлайыҡ...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас