

Йәй миҙгеле - үҙе бер ғүмер, тиҙәр бит. Ана шул миҙгелдең һәр көнөнөң, һәр сәғәтенең ҡабатланмаҫ булыуын аңлап, ҡәҙерен белеп үткәрһәң, ҡыҫҡа ғына йәй бауыры ла һәптеюҡ оҙон тойола. Ошоно яҡшы аңлап, бик борон, анығыраҡ итеп әйткәндә, 1972 йылда беҙҙең Ҡыпсаҡ (Әбделмәмбәт) һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (унда Һарағы, Карҙун ауылдарынан да килеп уҡыйҙар ине) тамамлаған класташтар менән әллә ҡасандан бирле хыялланған осрашып алырға ине тигән ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырып ҡуйырға насип булды. Ысынлап та, мәктәпте тамамлауға ярты быуаттан ашыу ғүмер үтеп китһә лә, осрашыу сараһы йылда ла кисектерелә килде: йә коронавирус ҡамасаулай, йә тағы ла икенсе бер етди сәбәп табыла... Ул арала мәктәпте бер йылда тамамлаған 18 кешенең байтаҡ ҡыналары ахирәт донъяға күсергә лә өлгөрҙө. Һәм бына, ниһайәт, ошо үтеп барған аҙнала класташтар осрашыу өсөн Ҡурғашлы ауылындағы кафеға йыйылдыҡ. Шул уҡ ҡыҙҙар, шул уҡ егеттәр, тип үк әйтеп булмай инде, сөнки ҡайһы берәүҙәр менән осрашмағанға, ни тиһәң дә, 53 йыл ғүмер үтеп киткән бит?! Ә былай, әлхәмдүлилләһ, хәтирәләрҙе яңыртып, һәүетемсә ултырҙыҡ. Сарабыҙҙы үҙебеҙҙең моңло һандуғасыбыҙ - талантлы һәүәҫкәр йырсы, Башҡортостандын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Абдуллина - Ырыҫҡолова матур - матур йырҙары менән биҙәһә, мәктәп йылдарында уҡ шағирә булараҡ танылып, хәҙерге көндә 4-5 йыйынтыҡ авторы булырға өлгөргән Зәйтүнә Сафиуллина - Айытбаева мәктәп йылдары иҫтәлеге итеп яҙылған байтаҡ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Башҡалар ҙа алма беҙ ауыҙға төш, тип, тик кенә ултырманы, әлбиттә. Иҫтәлеккә бер - беребеҙгә гөлдәр бүләк итешеү ҙә йәтеш булды. Ғөмүмән, йыр - бейеү, нәфис һүҙ, шаян таҡмаҡтар менән үрелеп барған осрашыу кисәһе бик йәнле һәм йәмле үтте. Афарин үҙебеҙгә!
Ғәзилә Бүләкова, филология фәндәре кандидаты.