Йәмғиәт
11 Июль 2025, 03:30

Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...

Ҡыпсаҡ ир-егеттәре кәңәшләшеп, ауыл халҡы аҡса йыйып, ауыл урамдарындағы юлдарҙы тәртипкә килтерә башлағандар. Ир-ат берҙәм булһа, эш күп булыр, апһын-ара татыу булһа, аш күп булыр, тигән халыҡ мәҡәле тас ҡыпсаҡтарға ҡарата ғына әйтелгән һымаҡ. Ауыл эсендәге юлдарҙы төҙөкләндереү барышы, кемдәр айырыуса әүҙемлек күрһәтеүе хаҡында ентекләберәк ауыл хакимиәте башлығы бына нимәләр бәйән итә...

Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...

Ҡыпсаҡ ир-егеттәре кәңәшләшеп, ауыл халҡы аҡса йыйып, ауыл урамдарындағы юлдарҙы тәртипкә килтерә башлағандар. Ир-ат берҙәм булһа, эш күп булыр, апһын-ара татыу булһа, аш күп булыр, тигән халыҡ мәҡәле тас ҡыпсаҡтарға ҡарата ғына әйтелгән һымаҡ.

Ауыл эсендәге юлдарҙы төҙөкләндереү барышы, кемдәр айырыуса әүҙемлек күрһәтеүе хаҡында ентекләберәк ауыл хакимиәте башлығы бына нимәләр бәйән итә...

-Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар һөҙөмтәһендә ауыл эсендәге юлдарҙа ла соҡорҙар барлыҡҡа килде. Ҡыпсаҡ ауылының ирҙәр ҡоро кәңәшләшеп, урамдағы юлдарҙы тигеҙләү өсөн халыҡтан ГСМ алырлыҡ аҡса йыйырға тәҡдим итергә ҡарар сығарҙы. Тәжрибә формаһында, Ҡыпсаҡтың иң оҙон Бабсаҡ урамында йәшәүселәрҙән генә ғаилә башынан 200-әр һум йыйырға уйлағайныҡ. Аҡса йыя башлау менән ауылдың барлыҡ халҡы тигәндәй ҡушылды - һәр кем хәленән килгән сумманы индерҙе (3мең, 5 мең һалғандар ҙа булды), ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. 3 көн дауамында етерлек сумма тупланғас, эште башлап ебәрерлек 260 литр солярка һәм 20 литр май алынды.
Юлды тигеҙләү иң боҙолған Бабсаҡ урамынан башланды. Марсель Шәрипов бушамау сәбәпле, автогрейдерға электән тәжрибәһе булған Хәйҙәр Мәсәғүтов ултырҙы. Шәхси эшҡыуар Йыһанур Шәмиғоловтың һоҫҡоло тракторында Рәзиф Хәйбуллин һәм үҙауҙарғыс арба таҡҡан тракторында Мөнир Атауллин сыҡтылар. Тағы бер һоҫҡоло тракторҙа Ринат Мөхәмәтҡолов булһа, Азат Ғәбиҙуллин, Шәфҡәт Ғәликәев, Хәмит Дауытов, Илшат Хисаметдиновтар арба тағып сыҡтылар.
Илһам Ғәйнуллин экскаваторҙа Ҡараташ шишмәһенә һалынған тимер торбаны алып, 30 метр самаһы траншея ҡаҙҙы. Торба урынына ағаста, өсмөйеш күпер эшләнде. Тимер торба һыу йыйылып ятҡан икенсе урынға һалынды. Ике һоҫҡоло трактор ҡырсынды тейәп ултырһалар, арбалылары юлға түгеп торҙолар. Салауат Ғөбәйҙуллин ҡырсын түгә торған урынды күрһәтеп йөрөһә, Фәһим Баймырҙин, Вәғиз Хәйруллин, Рәвил Усманов эрерәк таштарҙы ситкә алып, күпер эшләп һәм башҡа эштәрҙә ярҙамлаштылар.

Түгелгән ҡырсынды грейдер тигеҙләп барҙы. Бер көндә Бабсаҡ урамының соҡорло һаналған километрҙан ашыу ере һәм Сабирйән Мөхәмәтҡолов урамының ярты километры ҡырсын түшәп тигеҙләнде.
Яйлап башҡа урамдаҙы ла тигеҙләргә килештек, - тип хәбәр итә Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Фәрзәт Ҡаһарманов.

Ҡыпсаҡтарҙы яҙып тик ултыраһығыҙ, тимәгеҙ, эшләргә, йәшәргә тырышҡан кешеләрҙе көн һайын яҙһаң да артыҡ булмаҫ. Килешәһегеҙҙер?!

Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Тағы ҡыпсаҡтар... Тағы юл ремонтлайҙар...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас