Йәмғиәт
11 Июль 2025, 04:25

“Избенка башы тулы һеҙҙең ҡалмаларығыҙ”, тиер ине әсәй...

Һарағы йылғаһында балыҡ күп булғандыр инде, арыуыҡ эре балыҡтар эләгә ине. Факил ағай үҙенә бер-нисә балыҡты ала ла ҡайтып китә. Ә беҙ йылға буйында ҡурып, ашап ҡайтабыҙ. Хәҙер ҙә аптырайым, беҙҙе барып әрләп, тикшереп йөрөүсе лә булманы. Икмәк-майҙы ла, таба-фәләнде лә биреп сығарырҙар ине...

“Избенка башы тулы һеҙҙең ҡалмаларығыҙ”, тиер ине әсәй...“Избенка башы тулы һеҙҙең ҡалмаларығыҙ”, тиер ине әсәй...
“Избенка башы тулы һеҙҙең ҡалмаларығыҙ”, тиер ине әсәй...

Көндәлек яҙырға яраттым. Был шөғөлөм бала саҡтан килә ине. Юҡ, иҫтәлек дәфтәре түгел, просто көндәлек.
Физрала кейә торған триколар була торған ине. Иҫләйһегеҙҙер әле, ҡыҙҙар, оҙағыраҡ кейһәң, тубыҡтары сығып китә торған ине. Шуның артҡы кеҫәһе булды. Дәфтәрҙән шуға һыймалы ғына итеп блокнот ҡырҡып алабыҙ ҙа нимәләрҙер яҙып, шул кеҫәлә йөрөтәбеҙ. "Записная книжка" тигән булып йөрөттөк үҙен. Ҙурыраҡ кластарҙа уҡығанда инде блокноттарға күстек. Был яғына инде кемдер яҙҙы, кемдер яҙманы. Ә мин яҙҙым. Общий дәфтәрҙең яртыһындай ҙурлыҡта, шаҡмаҡ битле, эсендә биттәре күп кенә, һорғолтораҡ төҫлө ике блокнотты (блокноттар өсәү ине, береһенә шиғырҙар яҙылған ине) тултырғансы яҙҙым. Хәҙер уйлаһам да ҡыҙыҡ булып китә үҙемә лә. Ниҙәр генә яҙылмай ине унда?..
Беренсе "мөхәббәт", уң яҡта ул, был яҡта был, тип "мөхәббәттәр"ҙең ҡайһыныһын һайларға белмәй "ҡаңғырған" ваҡыттарым һ. б. ваҡиғалар вис яҙылған ине унда. Кейәүгә сыҡҡас, мин уларҙы әсәйемә әйтеп, унда ҡалдырып торҙом. Әсәйем:
- Былай ҙа избенка башы тулы һеҙҙең ҡалмаларығыҙ, ташла ла ҡуй, - ти.
Мин:
- Юҡ, ташларға йәлләйем, иҫтәлек бит ул, килгән-киткәндә уҡып алырмын, өҫтәп яҙырмын, - тип уны бәләкәй өй башына ташлатмай, шифоньерының аҫҡы кәштәһенә һалып киттем. Оҙаҡ йылдар ятты ул унда. Оло улым 10-11 класҡа уҡырға Һарағыға барҙы. Өләсәһе кейемдәрен шул шкафҡа һалырға ҡушҡан.
Күҙенә теге блокноттар тәл булған. Әлбиттә, ҡулына алған һәм уҡый башлаған. Ике блокнот яҙма уға китап кеүек тойолғандыр инде, рәхәтләнеп уҡыған. Унан алда ла алып уҡыусылар була торған инее. Әсәйем әйтһә лә, мин, уҡыһындар, тип ҡул ғына һелтәй инем. Тик бер ваҡыт кемдәрҙер килгәндә улым тағы ла көлә-көлә теге блокнотты аҡтарып, уҡып ултыра икән. Шул ваҡытта юҡ булды улар. Әсәйем, утҡа тыҡтылар, тигән булды. Эҙһеҙ юғалды. Шиғырҙар дәфтәре лә юғалды... Йәшерен нәмәләр юҡ кеүек тойолдо миңә. Булғандыр ҙа, тик ул ябай ғына яҙмалар эскерһеҙ бала сағымдың, хыялый йәшлегемдең бер иҫтәлеге генә ине...
Иҫләмәнем мин ул яҙмаларҙы. Өҙөк-өҙөк кенә ҡайһы саҡта иҫкә төшкөләне. Бына, мәҫәлән, Байназарҙа котельныйҙа эшләгәндә башыма кирбес төшөүе, төшөрөүсенең исем-шәрифе яҙылған, аҙағынан шиғыр:
Котельныйҙа эшләгәндә
Кирбес төштө башыма.
Больницаға килтергәнгә
Рәхмәт, тим, дуҫтарыма...
Ә ҡалған юлдарын инде иҫләмәйем.
Унан инде йәшлектең төп темаһы - тәүге һөйөү, үкенестәр һ. б.
Мөхәббәтме? Мөхәббәт - ул
Ҡайғы ла ул, һағыш та,
Ярһыуҙар ҙа, яныуҙар ҙа,
Ҡыуаныс та, шатлыҡ та...
Уларҙың юғалыуына ышанмай, избенка башын менеп ҡарамаҡсы булдым. Әсәйем :
-Ыҙалама. Унда ҡалғандарын - һинекен дә, апайындыҡын да йыйып, мунсаға яҡтым, - ти. Иҫтәлек дәфтәрҙәре, хаттар (апайым менән икебеҙҙеке) шул избенка башында иҫке сумаҙан эсендә һаҡлана ине. Улары йәл булманы ул, ә көндәлектәр йәл ине...
Әле бына бөгөн ейәнсәрем ҡыҙыҡ һорау биреп ҡуйҙы:
- Өләсәй, һин ҡыҙҙар менән уйнарға яраттыңмы, әллә малайҙар менәнме?
- Ә һин кемдәр менән уйнарға яратаһың? - тип ҡайтарып һораным үҙенән.
- Мин - малайҙар менән. Улар ошаҡлашмайҙар, үсекләшмәйҙәр, ярҙам итеп ебәрәләр, - ти был.
- Уларҙың да төрлөһө бар инде. Миңә лә малайҙар менән уйнауы күңеллерәк булғандыр, күрәһең, сөнки гел малайҙар менән уйнап үҫтем, - тигән булдым.
...Ейәнсәремдең һорауы бала сағыма алып ҡайтты. Беҙ, атайымдың туғандары, бер тирәлә йәшәнек. Беҙ - күршебеҙҙә ике туған ҡустыһы Сабир ағайымдар, унан ары бер туған һеңлеһе һәм кейәүе - Ғәрифә апайымдар, ҡаршы күршебеҙ Нух ағайымдар. Бөтәһенең дә ғаиләһендә балалар күп. Шау-гөр килеп, урам тултырып уйнап үҫтек. Тик... ҡыҙҙарҙан минең тиңдәшем берәү генә ине - Ғәрифә апайымдың ҡыҙы Венера. Ул урамда беҙҙең менән ихлас уйнаһа ла, урмандарға, йылғаға йөрөмәне. Шуның өсөн дә бергә йөрөгән иптәштәрем гел малайҙар булды. Ҡайҙарҙа ғына йөрөмәнек беҙ! Ул йыуа, ҡымыҙлыҡ, еләк тип урман гиҙеүҙәр, йылғанан балыҡ тотоп (һөҙәбеҙ), уны ҡурып ашауҙар... Атайым менән әсәйемдең мине шулай йөрөгән өсөн әрләп ултырғандарын иҫләмәйем. Әсәйем генә "малайҙар атаманы" тип һуҡранып ала ине.
Нисек әрләһендәр инде, ҡушылған эштәрҙе "эшләп" бөткәнмен, бәйләнерлек сәбәп юҡ. Мине бергә алып йөрөү, йәиһә әкиәт тыңлау өсөн ҡустыларым минең эштәремде эшләшәләр ине. Эштәрем гел малайҙар эшләрҙәй тышҡы эштәр: утын ярам, өйөп ҡуям, ҡапҡа һеперәм, һарай таҙалайым. Апайымдың елкәһендә өй эштәре - тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ. Һыуҙы икәүләп ташыныҡ, керҙе икәүләп йыуҙыҡ. Беҙгә өлкәнерәк малайҙарҙан икәү генә ҡушылып йөрөнө. Нух ағайымдың ике улы, Факил һәм Вәсил ағайҙарым. Факил ағай балыҡ һөҙөштө. Һарағы йылғаһында балыҡ күп булғандыр инде, арыуыҡ эре балыҡтар эләгә ине. Факил ағай үҙенә бер-нисә балыҡты ала ла ҡайтып китә. Ә беҙ йылға буйында ҡурып, ашап ҡайтабыҙ.
Хәҙер ҙә аптырайым, беҙҙе барып әрләп, тикшереп йөрөүсе лә булманы. Икмәк-майҙы ла, таба-фәләнде лә биреп сығарырҙар ине. Бәләкәйҙән Сабир ағайымдың Таһир исемле улы менән нығыраҡ уйнаным. Минең шундай матур куклам (ҡурсағым) булды. “Мама” тип әйтер ине, атлар ине. Шуны икәүләп етәкләп алып йөрөр, мәтенән мейес, һауыт-һабалар эшләр инек(((Донъя көтөргә өйрәнгәнбеҙ инде.
Һүҙҙе көндәлек тураһында яҙыуҙан башлағайным, әллә ниндәй иҫтәлектәргә төшөп киттем. 
Көндәлектәрҙе һуңынан да яҙып ҡараным, тик кеше уҡып ҡуймаһын, әллә ни тиерҙәр, тип, байтаҡ ваҡыт үтһә, йыртып ташлай инем.
Иҫтәлек дәфтәрҙәрен, көндәлектәрен, фотоларын һаҡлаған кешеләргә һоҡланам, улар бит һине бала саҡҡа, йәшлеккә алып ҡайта, донъя мәшәҡәттәренән арындыра, күңелгә ял бирә.

Зәйтүнә Айытбаева, Бөрйән районы, Ҡолғана ауылы.

“Избенка башы тулы һеҙҙең ҡалмаларығыҙ”, тиер ине әсәй...
“Избенка башы тулы һеҙҙең ҡалмаларығыҙ”, тиер ине әсәй...
Автор:
Читайте нас