

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров, Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Фәрзәт Ҡаһарманов, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Сажиҙә Билалова, шәхси эшҡыуар Гөлсинә Ҡунафина, "Умырзая" ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары фельдшерға рәхмәт белдереп бүләктәр бирҙеләр. ФАП-ты төҙөкләндереүҙә әүҙемлек күрһәткән бер төркөм ауылдаштарға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Районда 25 ФАП булһа, шуларҙың 15-е яңыртылған. Быйыл тағы ла Һарғая, Тимер, Исламбай, Иҫке Мөсәт, Ҡотан ауылдарында модулле ФАП-тары сафҡа индерелергә тейеш.
Килдеғолда халыҡты фельдшер Таңһылыу Миңлеғолова хеҙмәтләндерә. Унан тыш, район дауаханаһынан белгестәр график буйынса килеп, ауыл халҡының һаулығын тикшерәсәк.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.