Йәмғиәт
9 Июль 2025, 04:30

Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын

Үткән шәмбелә Яңы Усман ауылында “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тип исемләнгән бик матур сара үтте – Тарыуал төрлө яҡтарға таралышҡан ҡыҙҙарын йыйҙы.

Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарынЯңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын
Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын

Һәр кемгә ғәмһеҙ бала сағы үткән, тәүге аҙымдарын яһаған, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған, беренсе мөхәббәт хистәре кисергән үҙенең тыуған ауылы ҡәҙерле.
Ауылда тыуып-үҫеп, белем алып, яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарға таралышҡан ҡыҙҙар өсөн байрам ауыл мәҙәниәт йорто алдында башланып китте. Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Азат Ғәле улы ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе. Артабан ҡыҙҙар ауыл урамдары буйлап йөрөп, баласаҡ һуҡмаҡтарын барланы. Ҡунаҡтар ауылдың “Нуршәриф” һәм “Хәлфетдин” мәсеттәренә инеп, ил-йорт именлегенә бағышлап доға ҡылдылар. Унан йәш ҡыҙҙар, апайҙар, инәйҙәр биҙәкле биҙрәләрен көйәнтәләргә элеп, ауыл ҡотоғона һыуға төштө. Ҡыҙҙарҙы ҡотоҡ янында сағыу милли кейемдәрҙәге "Сөмбөлә" ансамбле апайҙары ҡаршы алды. Тәмле шишмә һыуын көйәнтәләп мәҙәниәт йортона атланы ҡыҙҙар.
Мәҙәниәт йортонда уларҙы бай йөкмәткеле концерт көтә ине. Сығыштар араһында ҡунаҡ ҡыҙҙарға ла һүҙ бирелде. Матур хәтирәләр һөйләп, изге теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре әйтелде, бүләктәр тапшырылды. Байрамда ҡатнашыусы иң оло Тарыуал ҡыҙы - 90 йәшлек Зәйтүнә Ғилман ҡыҙы булды.
Артабан сәй табыны һәм төрлө уйындар уйнап күңел асты Яңы Усман ауылы ҡыҙҙары.
Ә кис ауыл мәҙәниәт йортонда алдында йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, рәхәтләнеп бейене ҡыҙҙар.

Сығанаҡ: Новоусмановская-Сельская-Модельн

Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын
Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын
Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын
Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын
Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын
Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын
Яңы Усман йыйҙы ҡыҙҙарын
Автор:
Читайте нас