

Зәки Ғәлимйән улы хеҙмәт юлын Бөрйән урман хужалығында башлай. Хәрби хеҙмәтен үтәгәндән һуң, район башҡарма комитетына спорт буйынса белгес итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо эшләгән дәүерендә бик күп йәштәрҙе спортҡа ылыҡтыра, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайҙар. Хеҙмәт юлын артабан урман хужалығында бригадир булып дауам итә, Әүжән леспромхозында бүлек начальнигы була, комхозда моторист булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, атай-олатайҙарының кәсебен дауам итеп, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.
Сәриә Вәли ҡыҙы һөт лабораторияһы мөдире, комхоз операторы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Хоҙайбирҙиндар ике балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Балаларына, 4 ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып матур донъя көтәләр.