

Ҡотан ауылы сығышлы Хәсән Йәноҙаҡ улы менән белорус ҡыҙы Людмила Александровнаның мөхәббәт тарихы, ҡорған ныҡлы ғаиләләре, намыҫлы хеҙмәт юлдары уларға ҡарата тик һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо уята. Бала саҡтары бик ауыр һәм михнәтле үтеүгә ҡарамаҫтан, икеһе лә тырыш, кешелекле, кеселекле, изгелекле, егәрле, ҡунаҡсыл, аҡыллы булып, донъяларын үҙ көстәре менән ҡороп, матур тормош юлы үтәләр, эштәрендә тырышып, ҙур яуаплылыҡ менән хеҙмәт итәләр, ихтирам яулайҙар.
Хәсән Йәноҙаҡ улы ғүмере буйы леспромхозда шофер, ә Людмила Александровна башланғыс кластар уҡытыусыһы була. Ике балаға - ҡыҙ һәм улға матур тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Бөгөнгө көндә уларҙың хәстәрендә, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүендә бәхетле ҡартлыҡтарын кисерә улар.
Олоғая бара бер-береһенә булған һөйөү, ихтирам хистәре арта ғына уларҙың. Йәшлек хистәрен һүрелтмәй, бер-береһе хаҡында хәстәрлек күреп, йылмайып, шаяртып, яратып ҡына һөйләшеүҙәре, һөйөүҙәрен белдереүҙәре - ошо инде мәңгелек мөхәббәт билдәһе!