

Йылан ите ашамаһам да, терпе ите ашарға тура килде.
Бесән әҙерләп бөтһәк тә, атайым, яңғыҙы ятып, үҙебеҙҙең һәм күрше сабынлыҡтарҙың ваҡытында үҫмәгән, һуңынан ҡалҡҡан үләндәрен сабып – йыйып, тағы бер кәбәнлек бесән әҙерләй ине. Иртә менән, эшкә китмәҫ элек, атайыма матас менән аҙыҡ алып барҙым. Ҡыуышта атайым юҡ, бесән сабырға киткәндер инде. Килтергән рюгзакты эләйем тигәндә, полиэтилен һауытта ит киҫәктәре эленеп торғанын күреп ҡалдым. Бик һимеҙгә оҡшаған, аҫтында көнбағыш майы кеүек һары май. Нимә ите икән, тип ҡыҙыҡһынып, ашап ҡараным, тик аңламаным. Атайымдың янына барғас һораһам, терпе ите, тимәһенме. Ашағанды кире төкөрөп булмай бит инде, ул терпене нисек тунағандыр инде.
Доньяла иң йыртҡысы кешелер тип уйлайым. Мин ниндәй генә йәнлек, ҡоштарҙың итен ашағаным булды - айыу, болан, ҡабан, һуйыр, күгәрсен, тумыртҡа һ.б. - күп инде һанаһаң.
Бер ваҡыт пилорамда берәүгә таҡта бысалар. Ул заманда барлыҡ эштәр араҡы менән башҡарыла ине. Һәр ваҡыттағыса, араҡылары мул, ҡабырға икмәк телемдәре генә. Пилорамға яҡын йәшәүсе Женя ашарлыҡ аҙыҡ булмағанын күргәс, ҡайтып, таба менән ҡурылған ит килтерҙе. Томат пастаһы болғап тороп, тәмле итеп ҡурған, тегене "Һыҙырам" ғына. Иртәгеһен шунда булған бер егет тап булып: "Шунан, Фәрзәт ағай, төндә эт булып өрмәнеңме?" тип һорап ҡуйҙы. “Ништәп эт булып өрөргә тейеш инем?” тип һорағанға: “Кисә эт ите ашаныҡ бит, ихлас ашағасың, өндәшеп торманыҡ", ти, йылмайып...
Фәрзәт Ҡаһарманов.