Йәмғиәт
3 Июль 2025, 03:50

Берҙәмлек күперле итә!

Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылындағы Көньяҡ Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙең ағас өлөштәре (брус, таҡта) сереп, яҙғыһын уҡ тишелә башлаған ине. “38 м оҙонлоғонда, техника йөрөгән ере 4,8 м киңлектә булған күперҙең 4/1 өлөшөн "Алағуян" ойошаһы ремонтлағайны. Тик күперҙең башҡа ерҙәре лә серегән булыу сәбәпле, икенсе урындары ла, ауыр йөк машиналарын күтәрә алмай, тишелә башланы. Килдеғол һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдарындағы пилорама тотоусылар кәңәшләшеп, үҙ көстәре менән ағас материалдары әҙерләп, күперҙең ҡалған өлөшөн яңыртып ҡуйырға ҡарар иттеләр. 10 көн эсендә күпергә етерлек материал бысылды, - тип хәбәр итәләр хакимиәттән. Бына улар оло һәм изге эшкә өлөш индереүселәр:

Берҙәмлек күперле итә!Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!

Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылындағы Көньяҡ Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙең ағас өлөштәре (брус, таҡта) сереп, яҙғыһын уҡ тишелә башлаған ине.
“38 м оҙонлоғонда, техника йөрөгән ере 4,8 м киңлектә булған күперҙең 4/1 өлөшөн "Алағуян" ойошаһы ремонтлағайны. Тик күперҙең башҡа ерҙәре лә серегән булыу сәбәпле, икенсе урындары ла, ауыр йөк машиналарын күтәрә алмай, тишелә башланы.

Килдеғол һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдарындағы пилорама тотоусылар кәңәшләшеп, үҙ көстәре менән ағас материалдары әҙерләп, күперҙең ҡалған өлөшөн яңыртып ҡуйырға ҡарар иттеләр. 10 көн эсендә күпергә етерлек материал бысылды, - тип хәбәр итәләр хакимиәттән.

Пиломатериал әҙерләнеләр:
Килдеғол ауылынан:
1.Нияз Яхин - брус 11шт;
2. Альберт Яхин - брус 9 шт;
3. Кәрим Исҡужин - брус 11 шт;
4. Сәғит Билалов - брус 11 шт;
5. Илдус Билалов - брус 10 шт;
6. Наил Көмөшбаев - брус 10 шт;
7. Ринат Ҡунафин - брус 10 шт;
8. Айҙар Билалов - таҡта 22 шт.
Бәләкәй Ҡыпсаҡ:
9. Илһам Балғазин - брус 7 шт;
10.Азамат Исмәғилев - брус 5 шт. таҡта - 11шт;
11.Фидан Мөхәмәтғәлин - таҡта 22 шт;
12.Илнур Мөхәмәтғәлин - таҡта 30 шт;
13. Илдус Насыров - брус 5 шт.
Яуымбай:
14. Фәһим Хәйбуллин - таҡта 18 шт.
Бөтәһе - ярымбрустар (120мм) - 89 шт, таҡта (50мм) - 103 шт
Ҡолғанан Рөстәм Ғәетбаев - 10 мең, Айгиз Айытбаев 5 мең һум аҡса индерҙеләр.
Илдус Билалов, Нәғим Мөхәмәтйәнов, Илназ Исҡужин, Наил Көмөшбаев, Хәмит Миндеғолов, Ғәбит Ғәлин, Фидан Миндеғолов, Иҙел Билалов, Рәфис Әхмәтов, Илдус Насыров, Фәһим Баймырҙин, Фәрзәт Ҡаһарманов эште күперҙең иҫке таҡталарын тиреүҙән башланылар. Төштән һуңға Илһам Суфьянов, Сәит Билалов һәм Илнур Мөхәмәтғәлиндар ҙа эшкә ҡушылдылыр. Илназ КамАЗ-ының манипуляторы ярҙамында күперҙең иҫке таҡталарын һәм брустарын аҡтарып алып, үҙенә тейәп, сығарып түгеү эштәрен башҡарҙы. Төп эште ул атҡарҙы тип әйтергә була. Иҫке брустарҙы ҡыҫтау ғына ерҙән оҫта ғына итеп алып, яңыларын да шулай итеп һалып торҙо. Илдус белорусы менән ситтә ятҡан брус, таҡталарҙы яҡынайтып торҙо. Илдус һәм Нәғим етәкселегендә эш ыңғай һәм ойошҡанлыҡ менән барҙы. Эш ыңғай ғына барғас, кискелеккә күпергә брустар йәйелеп, өҫтөнән таҡталар ҡатылып та ҡуйҙы. Ауыл мәктәбенең ашханаһында - Резида Әҙелмырҙина, Зөһрә Мөхәмәтғәлина, Эльза Байназарова, Гүзәл Насырова өмәлә йөрөгән егеттәргә тәмле итеп ике тапҡыр туҡланыу ойошторҙолар.
Өс ауылды оло ер менән тоташтырып торған күперҙе йүнәтеп, ир-егеттәр үҙҙәренә ҙур сауап алдылар. Пиломатериалдар әҙерләүҙә (хаҡы яҡынса - 200 мең һум) һәм күперҙе ремонтлауҙа ҡатнашҡан ир-егеттәргә 3 ауыл халҡы исеменән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, - тип хәбәр итә Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы Фәрзәт Мөхәмәдйән улы Ҡаһарманов.

Афарин, ир-егеттәр! Берҙәмлектә – тереклек!

Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Берҙәмлек күперле итә!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас