Йәмғиәт
1 Июль 2025, 07:05

Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?

Үткән ял көндәрендә Ҡыпсаҡ ауыл советы ауыл биләмәһендә ағас ҡырҡыу ҡалдыҡтары янып китте. Быға тиклем ошондай ут янғын арҡаһында Байғаҙы ауыл советында урман янғыны сыҡҡайны. РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.2-се статьяһына ярашлы, етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын туплау, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү йәки зарарһыҙландырыу өлкәһендәге талаптарҙы үтәмәү административ штраф һалыуға килтерә. Уларҙың суммалары түбәндәгесә:

Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?
Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?

Үткән ял көндәрендә Ҡыпсаҡ ауыл советы ауыл биләмәһендә ағас ҡырҡыу ҡалдыҡтары янып китте. Быға тиклем ошондай ут янғын арҡаһында Байғаҙы ауыл советында урман янғыны сыҡҡайны.

Йыш ҡына янғын ауыл биләмәләрендә ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән һәм пилорамдар тотҡан кешеләрҙең үҙҙәре ағас ҡырҡыу ҡалдыҡтарына ут төртөүҙән сыға.

Тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөргә теләйем - ағас ҡырҡыу ҡалдыҡтарын (опила, горбыль) асыҡтан-асыҡ яндырыу, бигерәк тә йәйге янғын хәүефе осоронда, тыйыла. Бындай янғын сығанаҡтары урындағы халыҡ өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Көслө ел барлыҡҡа килһә, эргә-тирәләге урман массивының, торлаҡ йорттарҙың, янған усаҡ эргәһендә урынлашҡан хужалыҡ ҡаралтыларының янып китеү ҡурҡынысы тыуа.

Йыш ҡына яндырыуҙа ғәйеплеләрҙе асыҡлап булмай. Әммә ошондай янғындар сыҡҡан осраҡта тикшереү өсөн Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре бүлеге вәкилдәрен саҡырырға килештек. Ғәйеплеләрҙе табып, мотлаҡ язаларға кәрәк тигән ҡарарға килдек.

Рф административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.2-се статьяһына ярашлы, етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын туплау, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү йәки зарарһыҙландырыу өлкәһендәге талаптарҙы үтәмәү административ штраф һалыуға килтерә:
- граждандарға ике меңдән өс мең һумға тиклем;
- вазифалы кешеләргә ун меңдән утыҙ мең һумға тиклем күләмендә административ штраф һалыуға килтерә;
- юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләргә - утыҙ меңдән илле мең һумға тиклем йәки эшмәкәрлекте туҡһан тәүлеккә тиклем административ туҡтатыу;
- юридик шәхестәргә - йөҙ меңдән ике йөҙ илле мең һумға тиклем йәки эшмәкәрлекте туҡһан тәүлеккә тиклем административ туҡтатыу.

Сығанаҡ: Р. Абдуллин, район хакимиәте башлығы.

Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?
Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?
Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?
Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?
Ағас ҡалдыҡтарына кем ут төртә?
Автор:
Читайте нас